Шишмә районының Әлкә 2 ауылы үҙәгендә сквер төҙөкләндерелә

Шишмә районының Әлкә 2 ауылы үҙәгендә сквер төҙөкләндерелә https://bash.news/news/102589_shishm_rajonyny_lk_2_auyly_gend_skver_tklnderel

Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу программаһына ярашлы башҡарылған эштәргә 2 миллион 600 мең һум аҡса бүленгән. Әлегә тротуарҙарға асфальт һалынған, йәшелләндереү, эскәмйәләр һәм яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыу буйынса эштәр бара.

Шулай уҡ биләмәлә балалар уйын майҙансығы ҡуйыла. Әйткәндәй, ауылда тағы ла ике сквер бар, улар ҙа киләһе йылдарҙа танымаҫлыҡ булып үҙгәрер тип көтөлә.

Ринат Күлбаев, Урман ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы: “Әсәйҙәр балалары менән бында күңелле ял итер тип күҙаллана, уйын майҙансығында бәүелсәктәр һәм ҡомлоҡ буласаҡ. Төҙөкләндереү эштәре көҙгә тамамлана”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Шишмә районының Әлкә 2 ауылы үҙәгендә сквер төҙөкләндерелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество