Контроль-касса реформаһының өсөнсө этабы тамамланды

Контроль-касса реформаһының өсөнсө этабы тамамланды https://bash.news/news/102592_kontrolkassa_reformayny_sns_etaby_tamamlandy
08 авг 2019, 23:16

Башҡортостанда 33 меңдән ашыу эшҡыуар һәм юридик ойошма онлайн кассалар менән эшләй башлаған. Әле 72 мең дана иҫәп-хисап техникаһы иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта законды иңҡар итеүселәр ҙә бар.

Был осраҡта юридик ойошмаларға 30 мең һум, шәхси эшҡыуарҙарға 10 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Ҡулланыусылар ҙа Онлайн кассаһы булмаған сауҙа нөктәләре хаҡында һалым хеҙмәтенә хәбәр итә ала.

Марат Ғилуанов, Башҡортостан буйынса федераль һалым хеҙмәте идаралығы бүлеге етәксеһе: “Финанс операцияларҙың асыҡлығын күрһәтергә теләмәүселәр ҙә бар. Һалым хеҙмәте республикала ярты йылда 976 тикшереү үткәрҙе. Ревизия һөҙөмтәһе буйынса кассаны ҡулланыуҙа, йә касса аппараты булмау кеүек ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлде”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Контроль-касса реформаһының өсөнсө этабы тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа