Республикала еңел сәнәғәтте үҫтереү юлдары барлана

Республикала еңел сәнәғәтте үҫтереү юлдары барлана https://bash.news/news/102593_respublikala_eel_sntte_tere_yuldary_barlana
08 авг 2019, 23:30

Тармаҡ алдында торған бурыстар бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән инвестиция сәғәтендә лә ҡаралды.

Еңел сәнәғәт буйынса махсуслашҡан предприятиелар араһында баҙар шарттарына яраҡлаша алмай үҙ эшмәкәрлеген туҡтатыусылар ҙа байтаҡ. Башҡортостанда был тәңгәлдә хәл бер аҙ яҡшыраҡ. Еңел сәнәғәт тармағы һаҡланып ҡалған, әммә етештереү күләме бик әҙ. Сөнки предприятиеларға конкурентлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Әммә үҙ һатып алыусыһын тапҡан етештереүселәр ҙә бар, мәҫәлән «Ағиҙел» предприятиеһы милли стилдәге кейемдәр, сәхнә костюмдары, сувенирҙар сығарыуҙы уңышлы дауам итә.

Шул уҡ ваҡытта тармаҡта яңы исемдәр ҙә барлыҡҡа килә. Өфөләге «Магеллан» компанияһы ҡотҡарыу хеҙмәттәре, хәрбиҙәр, әүҙем ял өсөн кейемдәр тегә, һатып алыусылар бар. Инвестиция сәғәтендә билдәләнеүенсә, етештереүселәргә арзан ҡытай продукцияһы менән ярышырға тура килә. Әммә бирешергә ярамай, эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек алып барғанда уңышҡа өлгәшергә мөмкин, һөҙөмтәле ярҙам юлдарын да барлау мөһим, тине Радий Хәбиров. Ә был тармаҡта аҡса әйләнеше әҙ түгел, 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса 11 миллиард һум тирәһе.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Республикала еңел сәнәғәтте үҫтереү юлдары барлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд