Башҡортостан балалары «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә юллама ота ала

Башҡортостан балалары «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә юллама ота ала https://bash.news/news/102594_bashortostan_balalary_artek_xalyara_balalar_gen_yullama_ota_ala
08 авг 2019, 23:31

14 августан «Березка-кемп» лагеры базаһында ижади балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Свой голос» медиа-лагеры эш башлаясаҡ. Унда телевидение, дизайн, социаль селтәрҙәр, ижади проекттар, креатив автор шоуҙарына оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса 10 йәш хәбәрсе һайлап алынасаҡ.

Тап уларға Артектың киләһе йылдағы бишенсе сменаһына эләгеү мөмкинлеге бирелә. Әүҙем ҡатнашыусылаор илдә уҙғарылған башҡа күләмле сараларға ла саҡырыу аласаҡ. Ҡатнашырға теләүселәр 10 авгусҡа тиклем экранда күрһәтелгән электрон адресҡа ғариза ҡалдыра ала.

Башҡортостан балалары «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә юллама ота ала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество