Объективта – Башҡортостан

Объективта – Башҡортостан https://bash.news/news/102630_obektivta_bashortostan
09 авг 2019, 13:49

Йәмәғәт палатаһы республиканың 100 йыллығы уңайынан фотоконкурста ҡатнашырға саҡыра. Фотоһүрәттәр Башҡортостанда төшөрөлгән булырға тейеш. Был ижади ярыштағы төп шарт, ти ойоштороусылар.

Объективта – Башҡортостан
Объективта – Башҡортостан

“Тарихи мираҫ”, “Йәшел Башҡортостан”, Халыҡ йөрәге” һәм “Тормош энергияһы” тип аталған номинациялар билдәләнгән. Фоторәсемдәр һанлы форматта ебәрелә, улар эшкәртелмәҫкә тейеш. Һәр номинацияла 3 урын бирелә. Еңеүселәргә Йәмәғәт палатаһы дипломдары һәм бүләктәр тапшырыла. Фотоһүрәттәрҙе һәм анкетаны ошо адресҡа ебәрегеҙ: оргb2011@mail.ru , «Фотоконкурс» тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ.

Белешмәләр өсөн телефоны: + (347) 218-12-52.

Юлдаш
Новости партнеров
Банер уфимская волна