«Инцидент» Стәрлетамаҡтағы подъездар мәсьәләһен хәл итә

«Инцидент» Стәрлетамаҡтағы подъездар мәсьәләһен хәл итә https://bash.news/news/102663_incident_strletamatay_podezdar_mslen_xl_it

Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Артем урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың береһе подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына эләгә. Июндә төҙөкләндереү эштәре башлана, күп тә үтмәй милекселәр етешһеҙлектәр барлығын асыҡлай. Валентина Филипова билдәләүенсә, стеналар сифатһыҙ тигеҙләнә һәм буяла.

Валентина Филипова, Артём урамы, 21а һанлы йортта йәшәүсе: “Бында тәртипһеҙлек хөкөм итте, төҙөлөш материалдары ҡайҙа ғына ятмай ине, тоҡтарҙы, хатта, урламаһындар тип, сүп сығарыу торбаһы артына йәшерә торғайныҡ. Подъезда күҙәтеү ойошторорға тура килде”.

Йортта йәшәүселәр подъезға капиталь ремонт эшләнеүен оҙаҡ көтә. Уның сифатһыҙ башҡарылыуын күргәс тә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ялыу яҙалар. Мөрәжәғәтте «Инцидент менеджмент» системаһы ла теркәй.

Никита Теренин, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре: “Июнь аҙағында мөрәжәғәтте ҡабул иттек, күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең береһе сифатһыҙ башҡарылған ремонтҡа зарланғайны. Бигерәк тә, подъезда буялған элементтарҙың йәмһеҙ күренештә булыуы билдәләнә. Халыҡтың ялыуы артабан ҡала хакимиәтенә еткерелә”.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте подрядсы ойошмаға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысын ҡуя. Эшселәр бригадаһын алмаштыралар. Подъезға яңы тәҙрәләр, почта йәшниктәре, алғы ишек ҡуйыла, беренсе ҡатҡа плита һалына. Баҫҡыс майҙансығындағы яндауырҙар яңыртыла. Торлаҡта йәшәүселәрҙең теләктәре ике аҙнала тормошҡа ашырыла.

Александр Тянутов, Артём урамы, 21а һанлы йортта йәшәүсе: “Подъезға инеүе күңелле. Был матурлыҡты хәҙер һаҡларға кәрәк. Тәртип һәр кемдең үҙенән башлана. Йорт төҙөлгәне бирле ошонда йәшәйем, быға тиклем капиталь ремонт ойошторолғаны булманы”.

Подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы алты йылға иҫәпләнгән, ошо ваҡыт эсендә 26 мең подъезд яңы төҫ аласаҡ. Быйыл план буйынса 4 мең подъезд төҙөкләндерелә. Уларҙың күп өлөшө Стәрлетамаҡта.

Илдар Ғарифуллин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе: “Быйыл беҙ программаға ярашлы 355 подъезды ремонтлайбыҙ. Ошо маҡсатта 137 миллион һум аҡса бүленгән. Әлегә эш күләменең өстән бер өлөшө тамамланды”.

План буйынса подъездар 1 ноябргә төҙөкләндерелергә тейеш. Шуға алдағы өс ай подрядсы ойошмалар өсөн яуаплы осор. Эшкә етди ҡарау мотлаҡ. Сөнки сифатһыҙ ремонт башҡарылған осраҡта, өҫтәмә сығымдар тап уларҙың иңенә төшә. Башҡортостандың капиталь ремонт буйынса төбәк операторы техник күҙәтеү алып бара. Шулай уҡ программаның тормошҡа ашырылыуын төбәк етәксеһе лә контролгә алды.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

«Инцидент» Стәрлетамаҡтағы подъездар мәсьәләһен хәл итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа