Бөгөн Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә Тимашев юл үткәргесе асылды

Бөгөн Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә Тимашев юл үткәргесе асылды https://bash.news/news/102668_bgn_fn_tnya_lshnd_timashev_yul_tkrgese_asyldy
09 авг 2019, 22:25

Бөрө трактына юл асыҡ. Ул халыҡ йылдар буйы көткән объекттарҙың береһе. Хәҙер иһә был зонала сәғәттәр буйына һуҙылған тығындар хаҡында оноторға мөмкин. Республика етәксеһе Тимашев күпере төҙөлөшөн «тәүге ҡарлуғас» тип атаны, сөнки киләсәктә Башҡортостандың юл тармағын тағы ла күләмле төҙөлөштәр көтә. Объектты сафҡа индереү менән бәйле ҡатмарлыҡтар, яңы мөмкинлектәр хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Юл билдәһе әйләнә, хәҙер был күпер аша хәрәкәт итергә мөмкин, әммә ошо асыҡ тигән яҙыу артына күпме хеҙмәт һалыныуын төҙөүселәр генә белә. Подрядсы ойошма өс йылға яҡын ҡышҡы һалҡындарҙа ла, йәйге эҫеләрҙә лә эшләй. Тимашев юл үткәргесе иң ҡатмарлы төҙөлөштәрҙең береһе булып сыға, йорттарҙы, бөтә Черниковканы хеҙмәтләндергән инженер селтәрҙәрен күсерергә, тимер юлсыларҙан туҡтауһыҙ рөхсәт юлларға тура килә.

Объектты сафҡа индереүгә 1 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелә, уның төп өлөшөн, йәғни 70 процентын «Башнефть» компанияһы бүлә. Юл үткәргестең дөйөм оҙонлоғо 1 километрҙан ашыу, ул тимер-бетон монолит йыйылмаһынан һалынған юл үткәргесен, өс һыҙатлы трассаны үҙ эсенә ала.

Тимашев күпере юл йөрөүселәр өсөн күптән көтөлгән объект, сөнки был трасса баш ҡаланың төньяҡ өлөшөн Бөрө тракты менән тоташтыра, әммә тимер юлы үтеү һәм поездар йыш йөрөү сәбәпле, бында һәр ваҡыт оҙайлы тығындар барлыҡҡа килә, хәҙер иһә проблема хәл ителде, юл асыҡ тип әйтергә мөмкин.

Яңы күперҙән тәүлегенә 20 меңгә яҡын автомобиль үтә ала, транспорт сараларының арта барыуы ла иҫәпкә алынған. Ихтыяж булһа йәнәш тағы ла бер күпер төҙөү мөмкинлеге бар.

Радий Хәбиров халыҡты көтөлгән объекттың сафҡа инеүе менән ҡотлап, төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе. Был тәүге ҡарлуғас, киләсәктә республиканың юл тармағын тағы ла күләмле төҙөлөштәр көтә, тине Радий Фәрит улы.

Яңы объектҡа иң ҡыуанғаны – тимер ат хужалары, хыялдар тормошҡа аша, юлда юғалтылған сәғәттәр кәмей, ти улар.

Юл үткәргес асыҡ, хәҙер инде эргә-тирәләге биләмәне тәртипкә килтереү талап ителә, иҫке асфальтты таҙартыу, ерҙе тигеҙләү мотлаҡ. Был эштәрҙе октябргә тиклем тамамлау ҡаралған.

Автор: Р.Кәримова.

Бөгөн Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә Тимашев юл үткәргесе асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна