Өфө менән транспорт бәйләнеше булмаған барлыҡ район үҙәктәренә автобустар йөрөй башлай

Өфө менән транспорт бәйләнеше булмаған барлыҡ район үҙәктәренә автобустар йөрөй башлай https://bash.news/news/102671_f_menn_transport_bjlneshe_bulmaan_barly_rajon_ktren_avtobustar_jrj_bashlaj
09 авг 2019, 22:48

1 сентябргә тиклем Өфө менән транспорт бәйләнеше булмаған барлыҡ район үҙәктәренә автобустар йөрөй башлай. Был, тәү сиратта, «Башавтотранс» предприятиеһы автопаркының яңырыуына бәйле. Бөгөн компания бәләкәй класлы 110 автобус менән тулыланды. Водителдәргә асҡыс тапшырыу тантанаһында республика етәксеһе лә ҡатнашты. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Таң менән баш ҡала урамдарында 110 яңы автобусты күрергә мөмкин ине. Колоннаны юл инспекторҙары оҙатып барҙы. Маршрут билдәле - транспорт саралары "Өфө аренаһы" боҙ һарайы биләмәһендә туҡталыш яһарға тейеш. Ишембайҙан Мөхәммәт Яҡупов руль артында үҙен ышаныслы тотто. Стажы ла ҙур - 40 йылдан ашыу. Тыуған яғында ул хәҙер пассажирҙарҙы яңы транспорт сараһында ташыясаҡ. Автобус водителе билдәләүенсә, иҫке техникала йөрөү күптән ялҡытҡан.

Мөхәммәт Яҡупов, автобус водителе, Ишембай районы: “Ҡыуанам, әлбиттә, күптән алған юҡ бит, байтаҡтан бирле. Шулай хөкүмәтебеҙ ярҙам итеп торһа, эшләүе лә күңеллерәк. Пассажирҙарға ла уңайлы булыр тип ышанам. Бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ тырышып эшләргә”.

Өфө үҙәгендә өс рәткә теҙелгән яңы автобустар ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттарға тәғәйенләнгән. Һуңғыһы 17 пассажир һыйҙырышлы. Уңайлыҡтар күп. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа салонда йылы буласаҡ, тормоз системаһы ла заманса ҡоролған. Баш ҡала автовокзалынан Әбйәлил районына тиклем бығаса маршруттар булмаған, ике яңы автобустың тап был төбәккә юлланыуы – күптән көтөп алынған ваҡиға.

Илнур Сәйәхов, автобус водителе, әбйәлил районы: “Елләтеү ҡоролмаһы бар, салон иркен. Ултырғыстарҙа ҡайыштар, ятҡырып була. Быға тиклем шәхси такси йөрөнө, хәҙер «Башавтотранс» яңынан асыла беҙҙә. Хәҙер үҙебеҙ йөрөй башлайбыҙ, Алла бирһә”.

«Башавтотранс» предприятиеһының 16 филиалына тәғәйенләнгән автобус асҡыстарын водителдәргә тапшырыу тантанаһында республика етәксеһе лә ҡатнашты. Радий Хәбиров үҙ сығышында компанияны заман бергә атларға саҡырҙы. Матди-техник базаны нығытыу бер, эш алымдарын да камиллаштырыу мотлаҡ.

Осрашыуҙа йәмәғәт транспорты водителдәренең квалификацияһын күтәреү, пассажирҙар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса пропаганданы көсәйтеү бурысы ҡуйылды.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Башавтотранс» предприятиеһы һуңғы егерме йыллыҡ эшмәкәрлегендә тәүге тапҡыр автобустарҙың ҙур партияһын ҡабул итә. Был пассажирҙар ташыусы компанияға Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан күрһәтелгән ярҙамдың башы ғына. Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса 1 сентябргә быға тиклем даими автобус маршруты булмаған барлыҡ район үҙәктәренең дә Өфө менән транспорт бәйләнеше буласаҡ”.

Планға ярашлы, быйыл компания автопаркы төрлө һыйҙырышлы 527 транспорт сараһы менән тулылана, уларҙың бер өлөшө июлдә ҡабул ителеп, маршрутҡа ҡуйылғайны. Яңы ғына тапшырылған 110 бәләкәй автобустың дүртәүһе ниһайәт, төньяҡ-көнсығыш райондарға юллана.

Рәфис Маннапов, Мәсәғүт автотранспорт предприятиеһы директоры: “Шатбыҙ, һүҙ юҡ шатлыҡҡа, бына хәҙер автовокзалдан ултырып китәбеҙ, бөтәһе лә маршрут менән ҡайтабыҙ үҙебеҙҙең Мәсәғүткә, Балаҡатай, Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле райондарына. Биш район, ауыр беҙҙең яҡтарға барыуы, Силәбе өлкәһе аша үтәбеҙ, 250 саҡрым”.

2019 йыл «Башавтотранс» предприятиеһы автопаркы өсөн яңырыу йылы тиергә мөмкин. Сентябргә тиклем тағы ла ике йөҙҙән ашыу транспорт сараһы ҡабул ителәсәк. Иң мөһиме, яңы автобустар килгән көндө үк маршрутҡа сығып, республика халҡын хеҙмәтләндерә башлай.

Тәүге рейс сәғәт көндөҙгө берҙә Бәләбәйгә тәғәйенләнгәйне. Пассажирҙар маршрутҡа яңы автобус сығыуын ҡыуанап ҡабул итте. Ләлә Белынцева иҫке транспорт сараһына бәйле социаль селтәрҙәрҙә күп тапҡыр ялыуҙар ҙа ҡалдырғылаған. "Өс сәғәтлек юл хәҙер һиҙелмәй үтер", - тип ышана ул.

Ләлә Белынцева: “Инстаграмда яҙғайным яңы автобус кәрәк тип, ни тиһәң дә, яңы автобуста кешеләрҙә күберәк йөрөйәсәк”.

Өфөнөң көньяҡ автовокзалында йәнлелек күҙәтелә. Автобустарҙың күбеһе яңы. Компания етәкселеге пассажирҙар һанын арттырыу маҡсатын ҡуйған. Баш ҡала менән алыҫ райондар араһында транспорт бәйләнеше булдырылыуы, яңы уҡыу йылына бүләк кенә.

Автор: Гөлназ Хәйбулина.

Өфө менән транспорт бәйләнеше булмаған барлыҡ район үҙәктәренә автобустар йөрөй башлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд