Өфөлә ун тәүлеккә һаҡ аҫтына алынған 20 йәшлек ҡыҙ иреккә сығарылды

Өфөлә ун тәүлеккә һаҡ аҫтына алынған 20 йәшлек ҡыҙ иреккә сығарылды https://bash.news/news/102672_fl_un_tlekk_a_atyna_alynan_20_jshlek_y_irekk_syaryldy
09 авг 2019, 22:49

Колгуев урамындағы махсус приёмникка ул июль аҙағында килеп эләккәйне.

Юғары тиҙлек яратыусы ҡыҙ руль артында түгел, ә пассажир булып ҡайта. Ҡаршы алыусы әхирәттәре лә ябайыраҡ автомобилдә килгән. Улар журналистарҙың һорауҙарына яуап биреүҙән баш тартты. Ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрен йәшерергә маташыуын да аңлауы ҡыйын түгел. Сөнки күңелле байрамдың аҙағы арест менән тамамланыуын бер кем дә көтмәгән, күрәһең.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 йәшлек ҡыҙ эскән килеш Зорге урамында өс авария яһай. Уның хатта, водитель таныҡлығы ла булмай. Был ваҡытта юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары «Ауди» автомобилен ҡыуып барған була. Полициянан ҡасыуҙарын машина салонында ултырған әхирәттәре социаль селтәрҙәр аша тура эфирҙа күрһәтә.

Төрлө юл ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн рулдәге ҡыҙға 12 протокол төҙөлә.

Өфөлә ун тәүлеккә һаҡ аҫтына алынған 20 йәшлек ҡыҙ иреккә сығарылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна