Башҡортостанда «Алға» әүҙем инвестициялар клубы эш башлай

Башҡортостанда «Алға» әүҙем инвестициялар клубы эш башлай https://bash.news/news/102673_bashortostanda_ala_em_investiciyalar_kluby_esh_bashlaj
09 авг 2019, 22:49

Уны Радий Хәбиров үҙе етәкләйәсәк. Был турала Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бөгөн үткән инвестиция советында белдерҙе.

Йылдың тәүге ярты йыллығы һөҙөмтәләре буйынса инвестициялар йәлеп итеү 13,6 процентҡа артҡан. Был төбәк иҡтисадына 106 миллиард һум аҡса ингән тигән һүҙ. Республикала тимер юл транспорты, ауыл хужалығы тармағында эшләгән билдәле холдингтар үҙ проекттарын тормошҡа ашыра башлаған. Радий Хәбиров быйыл 4 мең яңы эшҡыуарлыҡ субьекты теркәлеүен дә билдәләне, хәҙер уларҙың һаны 131 меңгә еткән.

Был төбәктә эшлекле климаттың көйләнеүе хаҡында һөйләй. Шулай уҡ Башҡортостандан ситтә вәкиллектәр ҙә асыла, әммә эште тағы йәнләндереү мотлаҡ, тине Радий Фәрит улы.

Өфөлә сентябрҙә ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы ла үтә. Абруйлы сара яңы хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә нигеҙ һалырға тейеш. Форумда донъяның 30 иленән 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Кәңәшмәлә ер-мөлкәт мөнсәбәттәре өлкәһендә инвесторҙарға булышлыҡ күрһәтеү хаҡында ла һүҙ барҙы.

Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, урындағы власть бизнесҡа йырып сыға алмаҫлыҡ кәртәләр ҡуя. Проблемалар хаҡында яҡшы хәбәрҙармын, был төҙөлөшкә лә, ер участкалана ла ҡағыла. Тәртип урынлаштырасаҡбыҙ, урта һәм бәләкәй бизнес беҙҙең иҡтисадтың нигеҙе, тине республика етәксеһе.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостанда «Алға» әүҙем инвестициялар клубы эш башлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа