Һуңғы өс йылда Башҡортостанда авария хәлендәге торлаҡтан 1124 кеше күсерелгән

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда авария хәлендәге торлаҡтан 1124 кеше күсерелгән https://bash.news/news/102674_uy_s_jylda_bashortostanda_avariya_xlendge_torlatan_1124_keshe_kserelgn

Әммә Өфөләге өйҙәрҙең береһендә йәшәүселәр һаман да сират көтөргә мәжбүр. Ағиҙелдең уң яғы урамында урынлашҡан 10-сы һанлы йорт бер нисә йыл элек йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип танылған. Шуға ҡарамаҫтан ҡала хакимиәте хужаларҙы дәүләт программаһына индерергә ашыҡмай. Ғаиләләрҙең аһ-зарын БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов тыңланы.

Ағиҙелдең уң яғында урынлашҡан был йортта йәшәүселәр бер нисә йыл дауамында үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшә. Сөнки уларҙың өйө 2013 йылда уҡ авария хәлендә тип танылған. Әммә яуаплы органдар ведомство-ара комиссияның ошо туралағы ҡарарын иғтибарһыҙ ҡалдырған. Һөҙөмтәлә яңы урынға күсә алмаған ғаиләләр һаман да ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып йәшәргә мәжбүр.

Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү буйынса программаға эләгә алмағас, хужалар былтыр судҡа мөрәжәғәт итергә булған. Әммә шул ваҡытта йорттоң йәшәүгә яраҡһыҙ булыуын иҫбатлаусы күрһәтмәнең юҡлығы асыҡланған. Шуға ла уларға тапалған тупһаларҙы ҡайтанан йөрөп сығырға тура килгән.

Фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында, тимер юлы буйында урынлашҡан йорттарға зәңгәр яғыулыҡ үткәрергә ярамай. Шуға ла хужалар һаман да мейес яғып йәшәргә мәжбүр. Өҫтәүенә, һыу колонкаһы ла, бәҙрәф тә урамда урынлашҡан. Шуның өсөн дә үҙебеҙҙе бер нисек тә баш ҡалала йәшәбеҙ ти хис итә алмайбыҙ, ти хужалар.

Өмөттәрен өҙгән ғаиләләрҙе яҡын киләсәктә һөйөнөслө хәбәр көтөүе мөмкин. Һәр хәлдә, әлеге көндә Өфөнөң Ленин районында урынлашҡан йөҙҙән ашыу йортто авария хәлендә булыуын таныу өсөн техник тикшереү бара. Был исемлеккә шулай уҡ Уң яҡ Ағиҙел урамындағы 10-сы өй ҙә индеререлгән.

Эштәрҙе башҡарыу өсөн ҡала бюджетынан сығымдар бүленгән. Яҡын көндәрҙә махсуслаштырлған ойошма тарафынан үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ. Авария хәлендә тип танылған йорттар тураһында материалдар артабан ведомство-ара комиссия ҡарамағына тапшырыла. Һуңынан бар был документтар республиканың адреслы программаһына индереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте күрһәтмәһе проектын әҙерләүгә йүнәлтелә.

Уң яҡ Ағиҙел урамындағы торлаҡтың яҙмышы 1 сентябргә тиклем хәл ителер тип көтөлә. Әммә унан һуң да Республика Хөкүмәте күрһәтмәһе проектын әҙерләү өсөн бер аҙ ваҡыт талап ителеүе мөмкин. Шуға ла проблемалы йортта йәшәүселәргә тағы ла бер ҡышты утын яғып сығырға тура килер, моғайын.

Автор: И.Байбулатов.

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда авария хәлендәге торлаҡтан 1124 кеше күсерелгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество