Республикала иген һаҡлау келәттәре эшкәртелә

Республикала иген һаҡлау келәттәре эшкәртелә https://bash.news/news/102675_respublikala_igen_alau_kelttre_eshkrtel
09 авг 2019, 22:51

Республикала бөгөн 176 мең тоннанан ашыу иген урылған. 32 районда ужым, 24-дә иртә өлгөрөүсе культуралар урып-йыйыла. Төбәктә һатыуға сығарыласаҡ иген һаҡлау келәттәрендә лә эштәр көйлө бара. Улар төрлө ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртелә. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Тәүҙә иген келәте алюминий фосфины менән эшкәртелә. Был төр газ бинаға кимереүсе хайуандарҙың инеүен сикләй. Шулай уҡ, ҡоротҡос бөжәктәргә лә ҡаршы ҡулланыла.

Унан һуң, махсус ҡоролма ярҙамында томан менән тултырыла. Инсектицид яғыулыҡ аша ете-һигеҙ минут эсендә тотош келәт эсен ялмап ала. Ул иҙәндәге ҡоротҡостарҙан тыш, стена-ҡыйыҡта йәшенгәндәрҙе лә юҡ итә.

Иген һаҡлау келәте тышы иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ул еүеш аэрозоль ярҙамында эшкәртелә. Уның да шулай уҡ зарарлыҡ бөжәктәргә ҡаршы роле ҙур. Амбар талпанын ғына миҫалға алғанда, зыянын һәр кем белә. Ашлыҡтан, йә ондан сыҡҡан күк еҫе тап талпандан зарарланыуын аңлата. Химик матдә ҡоротҡостоң үҙен генә түгел, йомортҡаларынан да юҡ итеүсән.

Әлбиттә, иген келәтендәге бар процедуралар ҙа тик махсус әҙерләнгән белгестәр ярҙамында башҡарылырға тейеш. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре беренсе булып ҡала. Сөнки, ҡоротҡостан бигерәк, кешегә ҡарата ла зыяны ҙур. Ябай аллергиянан ғүмерҙең ҡыйылыуы ла ихтимал.

Башҡарылған эш өсөн сертификат бирелә. Унһыҙ иген культураһы һатыуға сығарылмай. Сөнки, ҡоротҡостар ашлыҡ менән бергә икенсе биләмәгә күсеүҙәре лә бар. Ә Шишмә районында быйылғы уңыш яңы комплексҡа оҙатыласаҡ. Ул иген культураһын таҙартыу, киптереү кеүек бар заман талаптарына ярашлы эшләнелгән. Әле комплекстың ике бункеры игенде ҡабул итергә әҙер. Тағы икәүһе аҙна-ун көндән файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Ә инде дезинфекцияланған иген келәте ҡағиҙә буйынса 10 тәүлеккә карантинға ябыла. Унан һуң, бер көн елләтелгәс, ашлыҡты һалырға ла мөмкин. Химик матдәләр менән эшкәртеү процедураһы ауыл хужалығын культураһын һаҡлау йәһәтенән отошло. Көҙөн яҙғыға ҡалдырылған орлоҡ бөтөнләй кәбәк булып ҡалмаһын өсөн эшләнә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Республикала иген һаҡлау келәттәре эшкәртелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна