Хәйбуллала «Ветеран ихатаһына иғтибар» конкурсы йомғаҡланды

Хәйбуллала «Ветеран ихатаһына иғтибар» конкурсы йомғаҡланды https://bash.news/news/102677_xjbullala_veteran_ixatayna_itibar_konkursy_jomalandy
09 авг 2019, 23:09

Хәйбулла районында абрикос бешкән, тиҙҙән йөҙөм өлгөрәсәк. Көньяҡ емештәрен тырыш баҡсасылар үҫтерә. Йорт-ихатаһы өлгө булған ғаиләләр араһындағы конкурсҡа йомғаҡ яһалды. «Ветеран ихатаһына иғтибар» конкурсында 102 оло йәштәге пар ҡатнашҡан. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Абрикосты Мөхәмәтйәновтар магазиндан һатып алғаны юҡ. Баҡсала үҫтерәләр. Көньяҡ емеше быйыл айырыуса уңған. Бәләкәй генә баҡсала йөҙөм ,ҡурай еләге, алма кеүек емештәрҙең йәнең теләгәне. Һыу һибеп ҡарап торғас ҡоролоҡ йылында ла уңыш мул.

Ишле ғаилә баҡсаны бергә тәрбиәләй. Ярышта ҡатанашыу тәҡдименән быға тиклем өс йыл баш тартһалар, быйыл иһә жюри уларҙы исемлеккә индергән һәм һөҙөмтәлә ғаилә еңеүсе тип табылған.

Ветеран ихатаһына иғтибар – Бөтә Рәсәй конкурсы Хәйбулла районында 12 йыл дауамында үткәрелеп килә. Быйыл йөҙҙән ашыу ғаилә ҡатнашҡан.

Конкурста еңеүселәр бөтә яҡлап та өлгөлө булырға тейеш. Мөхәмәтйәновтар иһә, кейем дә тегә, түшелдеректәр яһай, бәйләмгә лә оҫта.

Бер кәрзин эсенә 16 төр йәшелсә һыйған. Был муллыҡ Ҡаҙаҡбаевтар баҡсаһынан. «Өлгөлө йорт» номинацияһында еңеүселәр әҙерләгән өҫтәлдә ҡарбуз, ҡыҙыл сөгөлдөр сәскәнең үҙе тиерһең

Бәйгене йомғаҡлау тантанаһында еңеүселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды. Байрамда билдәләнеүенсә, бер кем дә конкурс өсөн махсус тырышмаған. Өлгө күрһәтеү, ихатаны тәртиптә тотоу уларҙың йәшәү рәүеше.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Хәйбуллала «Ветеран ихатаһына иғтибар» конкурсы йомғаҡланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество