Физкультурниктар көнө алдынан Өфөлә 150 спортсы, тренер һәм журналист тәбрикләнде

Физкультурниктар көнө алдынан Өфөлә 150 спортсы, тренер һәм журналист тәбрикләнде https://bash.news/news/102679_fizkulturniktar_kn_aldynan_fl_150_sportsy_trener_m_zhurnalist_tbriklnde
09 авг 2019, 23:11

Наградаларҙы тапшырыу өсөн тантанаға 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова, Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һәм башҡа рәсми вәкилдәре саҡырылды.

Сарала билдәләнеүенсә, бөгөн республикала йөҙҙән ашыу спорт төрө үҫешә. Әммә оло еңеүҙәр бәләкәй спорт майҙансыҡтарынан, балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙән башлана. Әлеге ваҡытта юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүсе спортсыларға 300 стипендия бүленә. Федераль бюджеттан берлектә финанслау ярҙамында киләһе йыл республикаға 35 млн һум бүленер тип көтөлә.

Физкультурниктар көнө алдынан Өфөлә 150 спортсы, тренер һәм журналист тәбрикләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество