Ейәнсура районында «Йәйләү» лагерының сираттағы сменаһы уңышлы тамамланды

Ейәнсура районында «Йәйләү» лагерының сираттағы сменаһы уңышлы тамамланды https://bash.news/news/102683_ejnsura_rajonynda_jjl_lageryny_sirattay_smenay_uyshly_tamamlandy
09 авг 2019, 23:34

Ейәнсура районы «Ал елкән» һауыҡтырыу һәм ял үҙәгендә «Йәйләү» программаһы буйынса лагерь эшләне. Өсөнсө сменала 104 бала ял итте. Башҡортостан төбәктәренән, Рәсәй ҡалаларынан һәм сит илдәрҙән «Йәйләү»ҙә ял итеүселәр менән БСТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

«Йәйләү» лагерында башҡорт телендә аралашырға, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белергә ынтылған балалар йыйылған. Егерме бер көн эсендә улар бер-береһе менән аралашып, дуҫлашып өлгөргән. Дуҫтар менән айырылышыу бер ни тиклем моңһоү ҙа, яманһыу ҙа. Лос -Анджелестан ағалы-һеңлеле Мириам-Алтынай менән Нурислам да «Йәйләү» гә башҡорт телен камиллаштырыу өсөн килгән.

Мәскәү ҡалаһынан Сәлимә Байморатова «Йәйләү»ҙә етенсе тапҡыр. Быйыл ул бында ике туған ҡустылары менән бергә ял иткән. Сәлимә ырыуҙар ярышы, орандары, тамғалары менән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан.

Тәрбиәсе булып эшләгән Арыҫлан Иҙрисов Ҡытайҙа белем ала. Санкт-Петербургта тыуып-үҫкән егет сит илдә башҡорт телен, йырҙарын һағына. Ул «Йәйләү»гә тыуған телен тағы ла камилыраҡ белеү һәм милләттәштәре менән аралашыу өсөн килгән.

«Йәйләү»ҙә волейбол, баскетбол кеүек спорт уйындары, мәргәнлекте үҫтереүсе уғатар турнирҙары ойошторола. Ярыш-конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыусылар мәрәй йыя. Смена һуңында иң күп мәрәй йыйыусыға Маҡтау ҡығыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла. «Йәйләү» проекты авторы, күренекле педагог Мәрйәм Бураҡаева билдәләүенсә, бындай лагерҙар быйыл алты районда ойошторолған, киләсәктә йыл әйләнәһенә эшләргә ниәттәре.

«Ал елкән» базаһындағы «Йәйләү» үҙ маҡсатына иреште, тел һәм рух ныҡлығын, дуҫлыҡ ептәрен үҫтереүсе лагерь киләсәктә тағы ла киңәйтеләсәк, тағы ла 40 урынлыҡ ятаҡ төҙөләсәк, тип, белдерҙе Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов.

«Йәйләү»гә һайлап алынған иң яҡшы педагогтар һәм вожатыйҙар егерме бер көн дауамында балаларҙа дуҫлыҡ, берҙәмлек, эшһөйәрлек кеүек күркәм сифаттар тәрбиәләне. Бер-береһен туғандай яҡын күргән үҫмерҙәр киләһе йылда ла Оло Һүрәм буйында, хозур тәбиғәт ҡосағында тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышты.

«Йәйләүҙә» өсөнсө сменала 104 бала ял итте. Башҡортостан райондарынан тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург, Лос-Анджелес, Албани ҡалаларынан ҡыҙҙар, егеттәр башҡорт телен, бейеүҙәрен, ғәрөф-ғәҙәттәрен өйрәнде. Киләһе йылға ла «Йәйләү» бында ял итергә теләүсе балаларҙы көтөп ҡала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Ейәнсура районында «Йәйләү» лагерының сираттағы сменаһы уңышлы тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна