Белорет районында законһыҙ таш сығарыусылар ҡулға алынды

Белорет районында законһыҙ таш сығарыусылар ҡулға алынды https://bash.news/news/102719_beloret_rajonynda_zakony_tash_syaryusylar_ula_alyndy
10 авг 2019, 23:13

Уларҙың эшмәкәрлеге бер ниндәй арттырыуһыҙ махсус операция барышында туҡтатылды. Тәбиғи байлыҡты урлаусыларҙы асыҡлауҙа бер нисә көс структуралары һәм дрондар ҡулланылды. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

Нелегалдар әҙәпһеҙ һәм әрһеҙ эшләй. Разведка өсөн лицензия алғандан һуң таш сығарыу майҙандарында ҡеүәтле техника йәлеп ителә. Бәйләнештәр булдыдыра. Был эштән хатта урындағы түрәләр һәм көс структуралары ситтә ҡалмайҙыр тигән уйлайым. Танауҙары аҫтында йәйелдерелгән законһыҙ эшмәкәрлекте күрмәүҙәренә бер ҡасан да ышанмаясаҡмын. Бизнестың әйләнеше етди. Бынан сыҡҡан автогмобилдәр номерҙарынан тотош Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең картаһын төҙөргә мөмкин. Ошондай ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика башлығы хакимиәтемдә контроль идаралығы ойошторолғас эш урынынан ҡуҙғалды. Төрлө структуралар берләшеп тәүге эш һөҙөмтәһен бирҙе.

Енәйәт эше буйынса ябай таш ҡаҙыусылар түгел ә Башҡортостан байлығын талап ҙур табыш алыусыларға яуап бирергә тура киләсәк. Һеҙҙән райондарҙа эшмәкәрлек алып барған шикле йәшерен таш ҡаҙыусылар тураһында шәхсән үҙемә хәбәр итеүемде үтенәм тип билдәләгән республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сираттағы яҙмаһында.

Белорет районында законһыҙ таш сығарыусылар ҡулға алынды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна