Иглин районында «Башҡорт ихаталары» конкурсы әүҙем үтә

Иглин районында «Башҡорт ихаталары» конкурсы әүҙем үтә https://bash.news/news/102724_iglin_rajonynda_bashort_ixatalary_konkursy_em_t

Иглин районында «Башҡорт ихаталары» республика программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Күптән түгел, район үҙәгендәге Горький һәм Почта урамдарына яңы асфальт һалынған, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, яңы эскәмйәләр һәм көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар урынлаштырылған. Йорт алдарында автомобилдәр өсөн дә өҫтәмә парковкалар булдырылған.

Заманса йыһазландырлыған уйын майҙансығында ла көнө буйына балалар тауышы тынмай. Уларҙың төрлө йәрәхәттәр алыуын иҫкәртеү маҡсатында биләмәгә хәүефһеҙ япма һалынған. Республика программаһы буйынса, йыл аҙағына тиклем Иглиндә тағы ла дүрт ихата яңы һулыш кисерәсәк.

Ә был йорт алдарын киләһе йылда ремонтлау ҡаралған. Район хакимиәте вәкилдәре менән осрашыуҙа урындағы халыҡ беренсе сиратта башҡаралырға тейеш эштәрҙе атаны. Улар ихаталарҙы асфальтлауҙан тыш, яңы балалар баҡсаһы һәм парковкалар асыу мәсьәләһен күтәрҙе.

Иглин районында «Башҡорт ихаталары» конкурсы әүҙем үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд