«Айыҡ ауыл» конкурсында еңеүсене ярты миллион һум аҡса көтә

«Айыҡ ауыл» конкурсында еңеүсене ярты миллион һум аҡса көтә https://bash.news/news/102727_ajy_auyl_konkursynda_eesene_yarty_million_um_asa_kt
10 авг 2019, 23:22

Әле ярыштың район этабы бара, унда ғаризалар 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Төбәк конкурсы иһә 1 декабрҙә башлана. Ҡоролтайҙың башҡарма комитетында «Айыҡ ауыл» конкурсы буйынса кәңәшмә үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында үткән селектор кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, муниципаль берәмектәр өс ай дауамында республика кимәленә сығасаҡ ауылды һайлай. Төбәк ярышына сығыусыларҙы етди һынау көтә. Конкурс призерҙарына аҡсалата бүләк ҡаралған. Икенсе урынға – 250, өсөнсө урынға – 150 мең һум тапшырыла. Финалға сығыусыларға сертификат бирелә. Йәғни быйыл конкурстың приз фонды ике тапҡырға арттырылған.

Ойоштороусылар ауылдарҙы был конкуста әүҙем ҡатнашырға, эскелеккә ҡаршы бергәләп көрәшергә саҡыра. Әле район этабында ҡатнашыу өсөн иң күп ғариза Ҡырмыҫҡалы районында бирелгән, бөтәһе 16 ауыл ярышта үҙ көсөн һынарға теләй. Икенсе этапта 7 ғариза менән Балтас районы килә, өсөнсө баҫҡыста –Шарандар. Конкурс барышында медиа киңлектәге әүҙемлек тә иҫәпкә алына. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға танылған шәхестәр йәлеп ителәсәк.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

«Айыҡ ауыл» конкурсында еңеүсене ярты миллион һум аҡса көтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна