Мөғәллимлек нәҫелдән

Мөғәллимлек нәҫелдән https://bash.news/news/102728_mllimlek_neldn
10 авг 2019, 23:23

Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ ауылында йәшәүсе Зәйнуллиндар уҡытыусылар династияһы менән хаҡлы ғорурлана. Уларҙың дөйөм педагогик стажы 500 йылдан ашыу. Араларында гуманитар һәм теүәл фәндәр буйынса белем биреүселәр ҙә күп булған.

Рәйлә Зәйнуллинаның ейәне Асман быйыл беренсе синыфҡа бара. Ул әле бик үк уҡый-яҙа белмәһә лә «Урал батыр» эпосының 100-ҙә ашыу юлын яттан белә. Милли ҡомартҡы менән уны өләсәһе таныштырған. Тәүҙә әҫәрҙең эстәлеген аңлатһа, һуңынан тасуири ятлау нескәлектәренә өйрәтә. Бер үк ваҡытта һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен дә тикшерә.

Рәйлә Ноғоман ҡыҙы үҙе мәғариф ветераны. Дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен ул балалар уҡытыуға арнаған. Уның хеҙмәте бик күп лайыҡлы наградалар менән баһаланған. Был аңлашыла. Рәйлә Зәйнуллина уҡытыусылар династияһынан.

Әсәһе башланғыс синыфтар, атаһы химия һәм биология фәндәре уҡытыусыһы булып эшләгән. Ғаиләлә тыуған өс ҡыҙ ҙа ата-әсәһенең юлын дауам итеп педагог һөнәрен һайлай. Рәйлә Зәйнуллина үҙе мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Әйткәндәй, уның ҡыҙы Рәмилә Рахманғолова ла мәғариф өлкәһендә. Аҙыҡ-түлек эксперты һөнәрен үҙләштереп, тәүҙә район телевидениеһында, һуңынан «Юшатыр» гәзитендә эшләһә, артабан төбәктең мәғариф бүлеге методисы булып күсә.

Былтыр Рәмилә Рахманғолова республика конкурсында ҡатнашып «Иң яҡшы педагогия династияһы» номинацияһында еңеү яулай. Әлеге шәжәрә ағасына тик өс кенә быуын индерелгән. Уны тағы ла дауам итергә мөмкин. Шәмсубаровтарҙың дөйөм педагогик стажы 500 йылдан ашыу.

Туғандар араһында хатта, мөғәллимлек иткәне өсөн заманында 30 йәшендә генә Ғабдрахман Вахитов атып үлтерелә. Шуға ҡарамаҫтан, уҡытыусылыҡҡа был нәҫелдә һөйөү һүрелмәй. Ә быуындан-быуынға тапшырылып килә. Белем тауҙарын иңләргә йыйынған 6 йәшлек Асман да киләсәктә уҡытыусы һөнәренә һайламаҫ тимә. Кем белә?

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Мөғәллимлек нәҫелдән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа