Илеш районында Ағиҙел йылғаһы үҙәнен тәрәнәйтеү эштәре башланды

Илеш районында Ағиҙел йылғаһы үҙәнен тәрәнәйтеү эштәре башланды https://bash.news/news/102758_ilesh_rajonynda_aiel_jylay_nen_trnjte_eshtre_bashlandy
10 авг, 15:03

Хөкүмәттә үткән “Инвестия сәғәте”нең береһендә төбәктең агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса бер нисә ивестиция проекттары ҡаралғайны. Унда Башҡортостандан Иран, Төркиә, Балтика яны илдәренә иген экспортлау мәсьәләһе лә күтәрелде. Уларға игенде һыу транспорты менән алып барыу планлаштырылған.

Илеш районында Ағиҙел йылғаһы үҙәнен тәрәнәйтеү эштәре башланды
Илеш районында Ағиҙел йылғаһы үҙәнен тәрәнәйтеү эштәре башланды

Илеш районында бының өсөн причал һәм йөк тейәү ҡеүәттәре лә бар. Суднолар өсөн иһә Ағиҙел йылғаһының 20-се километрында һыу төбөн тәрәнәйтеү талап ителә. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Нәбиев һөйләй.

Илеш районында Ағиҙел йылғаһы үҙәнен тәрәнәйтеү эштәре башланды

Инвестор элеваторҙы модернизациялай, бойҙай эшкәртеү ҡеүәтен тағы ла арттырыуҙы күҙаллай. Сит ил партнерҙары хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа