Илештән тура Каспий диңгеҙенә

Илештән тура Каспий диңгеҙенә https://bash.news/news/102780_ileshtn_tura_kaspij_digeen
12 авг 2019, 22:18

Төбәктә юғары тонажлы караптарҙы үткәреү өсөн Ағиҙел йылғаһының үҙәнен тәрәнәйтеү эштәре башланды. Башҡортостандың иген экспорты мөмкинлектәрен күтәреү буйынса тәҡдим ителгән инвестиция проекты нигеҙендә республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса башҡарыла. Улар тамамланғас һыу юлы буйлап Төркиә һәм Иран баҙарҙары менән тура бәйләнеш булдырыла. Эш барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Фәрит Минһажев 17 йәшенән йылға транспортында эшләй. Әле ул «Фрегат» теплоходы капитаны. Йөк ташыу өсөн Ағиҙел уңайлы йылға тигән фекерҙә ул. Фарватер киң, айырым участкаларҙы ләмдән таҙартып,үҙәнде тәрәнәйткәндән һуң Ағиҙелдән тура Каспий Диңгеҙенә сығырға мөмкин тип билдәләй капитан.

Киль аҫтында тәрәнлек 9 метр самаһы. Әммә бөтә урындарҙа ла бер тигеҙ түгел. Урыны менән һыу юлына ләм ултырған. Ағиҙел үҙәнен тәрәнәйтеү Илеш районы Груздевка менән күрше Татарстандың Аҡтаныш районы Әзәкүл ауылдары араһында башҡарыла.

Хеҙмәткәрҙәргә барлығы 600 метр араны ләмдән таҙартыу бурысы ҡуйылған. Йылға үҙәнен тәрәнәйтеү 2 аҙнаға иҫәпләнгән. Эштәр тамамланыу менән Ағиҙелгә ҙур тонажлы караптар үтә аласаҡ.

Каспий диңгеҙенә асылған һыу юлы, Башҡортостан игенен сит илдәргә һатыу форсатын бирә. Төбәктең экспорт мөмкинлеген нығытыуға йүнәлтелгән проект менән инвестиция сәғәтендә Илеш элеваторы вәкилдәре сығыш яһағайны. Күләмле инфраструктура проекты республика етәкселегендә хуплау тапты.

Президент Владимир Путин да Рәсәйҙә эске һыу юлдарын үҫтереү бурысын ҡуя. Был төр транспорт иң арзаны, тимәк иң һөҙөмтәлеһе. Тотош ил күләмендә иҡтисади үҫеш темпын арттырыу маҡсаты торғанда Илештән Каспийға һәм туранан-тура сит ил баҙарҙарына сығыу дәүләт кимәлендәге стратегик мәсьәләрҙе хәл итеүҙең асыҡ күрһәткесе.

Илештән тура Каспий диңгеҙенә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа