Октябрьский ҡалаһындағы БАСЭТ ойошмаһы «Һаҡсыл етештереү» системаһына күскән

Октябрьский ҡалаһындағы БАСЭТ ойошмаһы «Һаҡсыл етештереү» системаһына күскән https://bash.news/news/102782_oktyabrskij_alaynday_baset_ojoshmay_asyl_eteshtere_sistemayna_kskn
12 авг 2019, 22:24

Ҡушылдыҡтарҙың урынын алмаштырыу менән сумма үҙгәрә. Һәр хәлдә Федераль компетенциялар үҙәге белгестәре шундай фекерҙә. «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә улар предприятиеларҙың һөҙөмтәлелелеген күтәреү йүнәлешендә эшләй. 2017 йылдан Башҡортостан пилот төбәктәр исемлегендә. Милли проект мөмкинлектәре тәүгеләрҙән булып Октябрьский ҡалаһының энергетика өлкәһендә эшләүсе БАСЭТ предприятиеһында һыналған.

Федераль компетенциялар үҙәге Октябрьский ҡалаһындағы предприятиеға «Һаҡсыл етештереү» системаһына күсергә ярҙам иткән. Элек сеймал цехтың бер осонда бушатылған, икенсеһендә ҡырҡылған, ә өсөнсөһөндә эшкәртеүгә ебәрелгән булған. Белгестәр юғалтыуҙарҙы барланғандан һуң станоктар тәғәйен бер тәртиптә урынлаштырылған. Һөҙөмтәлә, 558 метрға һуҙылған торбаны ҡырлау линияһы 389 метрға ҡалған, ә эшселәр бушҡа тир түгеүҙән туҡтаған.

Михаил Клоков, проект етәксеһе: “Торбаны ҡырлау процессы 18 процетҡа ҡыҫҡарҙы. Кран менән күсереүҙәр бөтөнләй 43 процентҡа кәмене. Һөҙөмтәлә был линияла хеҙмәт етештереүсәнлеге 18 процентҡа артты”.

Етештереү линияһындағы үҙгәрештәрҙән тыш предприятие ҡағыҙ документ әйләнешенән баш тартҡан. Заказдар хәҙер тура цех етәкселәренең смартфондарына килә. Уларҙы раҫлауға ваҡыт та аҙыраҡ сарыф ителә. Был хеҙмәт етештереүсәнлегендә лә сағылыш тапҡан.

Милли проект ярҙамында хеҙмәткәрҙәр белемен камиллаштырған. «Һаҡсыл етештереү» системаһы предприятиеның дөйөм һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ иткән.

Илсур Шәрипов, предприятие етәксеһе: “Хеҙмәткәр аҙыраҡ тир түгеп, күберәк эшләргә тейеш. Был проектта беҙҙең өсөн иң әһәмиәтлеһе, предприятиеның сифатлы тауар етештереү ынтылышында тотош коллективтың ҡатнашыуы булды”.

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һөм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә 10 мең предприятиеға дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡарала. 80 мең белгестең «Һаҡсыл етештереү» системаһы буйынса белемен камиллаштырыу мөмкинлеге бар.

Андрей Вдовин, Федераль компетенциялар үҙәге проектының өлкән етәксеһе: “Программа сеймал өлкәһендә булмаған иҡтисадтың төп тармағы предприятиеларына иҫәпләнгән. Тәү сиратта төҙөлөш, ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте, транспорт ойошмалары, быйылдан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары мөмкинлек бирелә. Проектта 400 миллиондан 30 миллиард һумға тиклем аҡса әйләнеше һәм устав капиталында сит ил капиталы 25 проценттан юғары булмаған предприятиелар ҡатнашырға хоҡуҡлы”.

Башҡортостандан әле 60 предприятие милли проектта ҡатнашыу өсөн федераль компетенциялар үҙәге сайтында мөрәжәғәт ҡалдырған. Йыл аҙағына тиклем уларҙың 50-һендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү алымдарын үҙләштереү ҡарала.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Октябрьский ҡалаһындағы БАСЭТ ойошмаһы «Һаҡсыл етештереү» системаһына күскән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа