Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында капиталь ремонт үткәрелә

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында капиталь ремонт үткәрелә https://bash.news/news/102785_ejnsura_rajony_inol_auylynday_tirmkj_balalar_basaynda_kapital_remont_tkrel
12 авг 2019, 22:26

1994 йылда төҙөлгән бина 180 урынға иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта фасад йылытыла. Эштәрҙең яртыһы тамамланған тиерлек.

Олеся Байгилдина, «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе: “Капиталь ремонт өсөн ҡаҙнанан 2 миллион 300 мең һум аҡса бүленгән. Төҙөкләндереү эштәре баҡсаға йөрөгән балаларға ҡамасаулыҡ тыуҙырмай. Инеп-сығыу урындары хәүефһеҙ ерҙән ойошторолған”.

«Иҫәнғол» балалар һәм үҫмерҙәр приютында ла капиталь ремонт эштәре йылдам үтәлә. Тәрбиәләнеүселәр ваҡытлыса Cибай ҡалаһындағы приютҡа күсерелгән. Бында бина алды кәртәләнә. Ҡапҡа, заманса мунса бағыусылар тарафынан төҙөлә. Яңы уҡыу йылына приют хеҙмәткәрҙәре балаларҙы капиталь ремонт үткән учреждениела, йәшәү өсөн уңайлыҡтар булдырып ҡаршылаясаҡ.

Аҡсәсәк Бралина, Иҫәнғол балалар һәм үҫмерҙәр приюты етәксеһе: “Түшәм, иҙәндәр.алмаштырыла, түбә яңыртылды, картон ишек урынына заманса ишектәр ҡуйыласаҡ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында капиталь ремонт үткәрелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд