Республикаға Дания һыйырҙары килтерелде

Республикаға Дания һыйырҙары килтерелде https://bash.news/news/102786_respublikaa_daniya_yjyrary_kilterelde
12 авг 2019, 22:27

Голштин-фриз тоҡомло 500-ләп малды был юлы Саҡмағош районының «Базы» ауыл хужалығы ҡабул итте. Бер баштың хаҡы 160 мең һум самаһы. Шулай ҙа республикала мал һатып алыусыларға дәүләт тарафынан етди иғтибар бүленә. Тотонолған сығымдарҙың яртыһы тиерлек субсидия менән ҡапланасаҡ. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Данис Шәрифуллин Дания иленән алып ҡайтылған һыйырҙарҙы урынлаштырыу өсөн яуаплы. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап килгән белгес әлеге яңы комплекстың етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. Төбәктең иң эре хужалыҡтарының береһендә ярты йыл самаһы ғына эшләүгә ҡарамаҫтан эш тәртибен яҡшы белә.

Шуға ла, әллә нисәмә саҡрым юл үтеп киләсәк малға йәшел бесән әҙерләнгән. Кипкәне һалына. Сөнки һуты һурыҡмаған аҙыҡ малдың эсенә тейеүе бар.

Сит илдән килтерелгән малдар тап ошо комплекста аҫраласаҡ. Улар өсөн бында шарттар ҙа тыуҙырылған. Йәшел, кипкән бесәндән тыш, ятҡан урынына һалам түшәлгән. Шулай уҡ уртаса һауа температураһын тотоу өсөн елләтеү ҡоролмаларын ҡуйылған.

Бер-нисә тәүлек юлдан һуң, тоҡомло малдар тәғәйен урынға ла килтерелде. Меңдәрсә саҡрым үтһәләр ҙә улар теремек. Оҙатыусы машинанан төшөү менән ҡайһылары уйнаҡларға, ҡайһылары ашарға тотондо. Малдар нисек кенә йылғыр булмаһын, улар барыбер 30 көнгә карантинға ябыла. Ҡануниәт шулай ҡуша.

Килтерелгән һәр баш малдың документы ҡарала. Тәү сиратта ветеринар справкаһы булыуы шарт. Уның аша һыйырға ниндәй вакцина эшләнеүе билдәләнә.

Саҡмағош районы хужалығы 406 баш малды урынлаштырҙы. Август аҙағында тағы ла биш йөҙ һыйырҙың килеүе көтөлә. Улар өсөн дә яңы комплекс әҙерләнгән. Әйткәндәй, сит илдән һөтлө малдар шулай уҡ Әбйәлил районына ла алынасаҡ.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Республикаға Дания һыйырҙары килтерелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа