Белорет районында рөхсәтһеҙ таш сығарыусылар ҡулға алынған

Белорет районында рөхсәтһеҙ таш сығарыусылар ҡулға алынған https://bash.news/news/102799_beloret_rajonynda_rxste_tash_syaryusylar_ula_alynan
11 авг 2019, 15:10

Уларҙың эшмәкәрлеге махсус операция барышында туҡтатылған. Тәбиғи байлыҡты урлаусыларҙы асыҡлауҙа бер нисә көс структуралары һәм дрондар ҡулланылған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

Белорет районында рөхсәтһеҙ таш сығарыусылар ҡулға алынған
Белорет районында рөхсәтһеҙ таш сығарыусылар ҡулға алынған

“Законһыҙ таш сығарыусылар оятһыҙ һәм ҡурҡмайынса эшләй. Разведка өсөн лицензия ала һәм шунда уҡ таш сығарыу майҙандарына ҡеүәтле техника йәлеп ителә, һаҡ ҡуйыла, элемтәгә сығыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла. Был эштән хатта урындағы түрәләр һәм көс структуралары ситтә ҡалмайҙыр, тигән уйҙамын. Танауҙары аҫтында йәйелдерелгән рөхсәтһеҙ эшмәкәрлекте күрмәүҙәренә бер ҡасан да ышанмаясаҡмын. Бизнестың әйләнеше - етди. Бынан сыҡҡан автомобиль номерҙарынан тотош Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең картаһын төҙөргә мөмкин”, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортсотан етәксеһе Радий Хәбиров. Ошондай ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында Республика Башлығы хакимиәтендә Контроль идаралығы ойошторолдо. Төрлө структуралар берләшеп, тәүге һөҙөмтәләр күренде.

“Енәйәт эше буйынса ябай таш ҡаҙыусылар түгел, ә Башҡортостан байлығын талап, ҙур табыш алыусыларға яуап бирергә тура киләсәк. Һеҙҙән райондарҙа эшмәкәрлек алып бара башлаған шикле таш ҡаҙыусылар тураһында шәхсән миңә хәбәр итеүегеҙҙе һорайым”, тип белдергән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество