Американың Brazzaville рок-төркөмө лидеры Дэвид Артур Браун 18 августа Өфөлә хәйриә концерты үткәреүе хаҡында белдергән

Американың Brazzaville рок-төркөмө лидеры Дэвид Артур Браун 18 августа Өфөлә хәйриә концерты үткәреүе хаҡында белдергән https://bash.news/news/102869_amerikany_brazzaville_roktrkm_lidery_devid_artur_braun_18_avgusta_fl_xjri_koncerty_tkree_xaynda_beldergn
13 авг 2019, 16:14

Тамашанан йыйылған аҡса хоспис төҙөүгә йүнәлтелә.

Американың Brazzaville рок-төркөмө лидеры Дэвид Артур Браун 18 августа Өфөлә хәйриә концерты үткәреүе хаҡында белдергән
Американың Brazzaville рок-төркөмө лидеры Дэвид Артур Браун 18 августа Өфөлә хәйриә концерты үткәреүе хаҡында белдергән

Музыканттар гонорарһыҙ сығыш яһай. Билет һатыуҙан ингән аҡса “Иман” фонды иҫәбенә күсерелә, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Brazzaville төркөмөнөң концерты “Өфө уттары” күңел асыу комплексында була.

Баш ҡалала ҡаты сирле балалар һәм өлкәндәр өсөн үҙәк төҙөлөүе тураһында хәбәр иткәйнек. Хоспис 50 урынға иҫәпләнә. Уны киләһе йылда асыу планлаштырыла. Аҡса йыйыу өсөн “Иман” хәйриә фонды булдырылды. Башҡортостан етәксеһе социаль селтәрҙәр аша мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙҙы ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Өфө ҡала Советы депутаттары хоспис төҙөлөшөнә аҡса йыйыуға ҡушылыуҙары тураһында белдерҙе.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество