Быйыл республика игенселәре 3 миллион тонна иген йыйып алырға ниәтләй

Быйыл республика игенселәре 3 миллион тонна иген йыйып алырға ниәтләй https://bash.news/news/102878_byjyl_respublika_igenselre_3_million_tonna_igen_jyjyp_alyra_nitlj
13 авг, 18:00

Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә вице-премьер -ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Баҫыуҙар 1 миллион 700 мең гектарҙа сәселгән, был былтырғынан 5 процентҡа кәмерәк. Әле уртаса гектар ҡеүәте 22 центнер тирәһе. Ураҡ кампанияһын ямғырҙар тотҡарлай, тиелде кәңәшмәлә.

Быйыл республика игенселәре 3 миллион тонна иген йыйып алырға ниәтләй
Быйыл республика игенселәре 3 миллион тонна иген йыйып алырға ниәтләй

Урал аръяғы райондары иһә ҡоролоҡтан зыян күрә. Хужалыҡтарға һәм халыҡҡа сабып алырға бесән юҡ. Шәхси хужалыҡтарға бесәнде күрше өлкәләр һәм республиканың башҡа райондарынан сабып, йә һатып алырға тәҡдим ителгән. Ауыл хужалыҡтарына уңышты юғалтмау өсөн яһалма һуғарыу системаһы ҡуйырға кәңәш ителә. Уның хаҡының 70 процентын дәүләт субсидиялай, ти Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов.

Быйыл республика игенселәре 3 миллион тонна иген йыйып алырға ниәтләй

Башҡортостанда мелиорацияны үҫтереүгә 60 миллион һум бүленә. Был суммаға 620 гектар ергә һуғарыу системалары урынлаштырыу күҙ уңында тотола.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд