Законһыҙ таш сығарыусыларға ҡаршы көрәш тағы ла көсәйәсәк

Законһыҙ таш сығарыусыларға ҡаршы көрәш тағы ла көсәйәсәк https://bash.news/news/102896_zakony_tash_syaryusylara_arshy_krsh_tay_la_ksjsk
13 авг 2019, 21:47

Радий Хәбиров Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының яңы етәксеһен был йүнәлештә әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала ведомствоның юғары вазифаһына Урал Искәндәров тәғәйенләнгәйне. Төбәк етәксеһе министрлыҡҡа республика һәм уның халҡы мәнфәғәттәрен яҡлауҙа берҙәм һәм әүҙем булыу кәрәклеген билдәләне. Башҡортостан биләмәһендә законһыҙ рәүештә таш эшкәртелеүе билдәле.

8 августа Белорет районында лицензияһыҙ тау байлығын ҡаҙыусы Силәбе өлкәһе фирмаһы эшселәре ҡулға алынды. Асыҡланыуынса, быға тиклем дә предприятие директоры урман ҡырҡыу буйынса хөкөм ителгән булған. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров район хакимиәте һәм министрлыҡтың был йүнәлештә әлегә эшләп еткермәүен билдәләне.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Был бит көн-күреш хәл, хөкүмәт кимәленә ҡәҙәр алып барып еткермәҫкә ине. Башлыҡтар, тәғәйенләнгән министрлыҡ урынында хәл итһә, был хәл булмаҫ ине. Был хәлдән сығыу ғына минең маҡсатым түгел, ә эште аҙағынаса алып барып еткереү. Эштәр бик күп, иғтибар итһәгеҙ ине”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Законһыҙ таш сығарыусыларға ҡаршы көрәш тағы ла көсәйәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна