Стәрлетамаҡта кешене шартлатырға маташыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Стәрлетамаҡта кешене шартлатырға маташыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған https://bash.news/news/102897_strletamata_keshene_shartlatyra_matashyu_bujynsa_enjt_eshe_uatylan
13 авг 2019, 21:54

Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән шәхси йортта йәшәүсе 72 йәшлек ир ҡапҡаһынан сыҡҡан саҡта шартлау яңғырай. Ул төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Асыҡланыуынса, зыян күреүсе шәхси секторҙа газ ҡорамалдары урынлаштырыу менән шөғөлләнгән һәм конкуренттары менән уртаҡ тел таба алмаған. Дәғүәселәре унан ошо рәүешле ҡотолорға булған. Әле тәфтиш комитеты, полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ваҡиға сәбәптәрен, шартлатыусыларҙы асыҡлай.

Автор: Айнур Кәбиров.

Стәрлетамаҡта кешене шартлатырға маташыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна