Йыл аҙағында Өфөнөң Инорс биҫтәһендә яңы бассейн асыласаҡ

Йыл аҙағында Өфөнөң Инорс биҫтәһендә яңы бассейн асыласаҡ https://bash.news/news/102902_jyl_aaynda_fn_inors_bitend_yay_bassejn_asylasa
13 авг 2019, 22:01

Тамсы формаһындағы бина һалынып бөткән, ҡыйығы ябылған. Социаль объект Башҡортостандың 100 йыллығына һалына. Төхвәт Йәнәби урамында урынлашҡан бассейн был биҫтәлә тәүгеһе. Әле төҙөлөш эштәренең ҡыҙған мәле.

Марс Усманов, төҙөлөш участкаһы етәксеһе: “Бассейндың оҙонлоғо 25, киңлеге 11 метр, дүрт йөҙөү һыҙаты бар. Әле төбөн гидроизоляциялайбыҙ. Шулай уҡ плитка түшәлә һәм башҡа эштәр алып барыла. Йыл аҙағынаса теүәлләргә ниәтләйбеҙ”.

Һыу ғәҙәти ысул менән таҙартыласаҡ. Социаль объект профессиональ йөҙөүселәр тәрбиәләүгә тәғәйенләнә. Икенсе ҡатта йөҙ кешегә иҫәпләнгән трибуна, фитнес үҙәк урынлаша. Объектта төҙөлөш 2017 йылда башланған, быйыл декабрҙә уны файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Йыл аҙағында Өфөнөң Инорс биҫтәһендә яңы бассейн асыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа