Хәйбуллала инженер һөнәренә балалар баҡсаһында уҡ өйрәтә башлайҙар

Хәйбуллала инженер һөнәренә балалар баҡсаһында уҡ өйрәтә башлайҙар https://bash.news/news/102903_xjbullala_inzhener_nren_balalar_basaynda_u_jrt_bashlajar
13 авг 2019, 22:02

Һөнәргә – кесе йәштән. Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһында инженер һөнәренә балалар баҡсаһында уҡ өйрәтә башлайҙар. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты башланғысы менән мәктәптә инженер синыфы булдырылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

«Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында сабыйҙар икмәктең ниндәй ондан бешерелгәнен, составын белеп үҫә. Игенсе, лаборант, ашнаҡсы һөнәрҙәре тураһында мәктәпкәсә йәштәгеләргә махсус проект ярҙамында дәрестәр ойошторола.

Районда 2013 йылда булдырылған «Мин үҙемдең тыуған яғымды танып беләм» проектында утыҙҙан ашыу программа иҫәпләнә. Уларҙың бөтәһе лә кескәйҙәрҙе тормошҡа әҙерләүгә ҡоролған.

Шахтер ҡурсаҡтар менән уйнап үҫкән сабыйҙар был йүнәлештә уҡыуын мәктәптә лә дауам итә. 2017 йылдан алып Бүребай тау -байыҡтырыу комбинаты башланғысы менән инженер синыфы булдырылған. Техник һөнәр үҙенсәлектәре тәүҙә кластан тыш саралар формаһында уҡытылһа, һынау үтеүселәр бишенсе синыфта махсус программа ярҙамында белем ала башлай.

Комбинат менән берлектә төрлө проекттар төҙөлә. Предприятие инженер синыфына финанс ярҙам күрһәтә. Робот техникаһы түңәрәктәрендә лә уҡыусылар роботтың тап сәнәғәттә файҙаланылғанын яһай.

Шулай уҡ профилле лагерҙар эшләп килә. Ә эҙмә-эҙлекле программа буйынса белем алған уҡыусылар техник вуздарҙа уҡыуын дауам итә һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Хәйбуллала инженер һөнәренә балалар баҡсаһында уҡ өйрәтә башлайҙар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа