Бөгөн Өфөлә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы

Бөгөн Өфөлә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы https://bash.news/news/102906_bgn_fl_slmtlege_bujynsa_mmkinlektre_siklngndr_sn_vakansiyalar_jrminke_uy
13 авг 2019, 22:03

Йәрминкә Өфө мәшғүллек үҙәгенең Октябрь районы филиалында ойошторолдо. Инвалидтарға водитель, ашнаҡсы,һатыусы, администратор, директор һәм башҡа эш урындары тәҡдим ителде. Бындай йәрминкәләр баш ҡаланың мәшғүллек үҙәктәрендә квартал һайын үтә.

Белгестәр иҫәптә торған һәр кем менән шәхсән эш алып бара. Мөрәжәғәт итеүселәргә йәрминкәгә саҡырыуҙан алып предприятиеға урынлаштырғансы ярҙам итеү ҡаралған.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн Өфөлә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество