34 йәшлек Ришат Нәбиев үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып 3 кешене ут эсенән сығарған

34 йәшлек Ришат Нәбиев үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып 3 кешене ут эсенән сығарған https://bash.news/news/102907_34_jshlek_rishat_nbiev_meren_xef_atyna_ujyp_3_keshene_ut_esenn_syaran
13 авг 2019, 22:04

Ғәҙәттән тыш хәл Нефтекама ҡалаһының күп фатирлы йорттарының береһендә теркәлгән. Эштән ҡайтып килгән ир икенсе ҡаттан сыҡҡан төтөндө күреү менән ярҙамға ашыға. Тәүҙә фатирға тәҙрә аша үтеп инергә теләй, ләкин бикле булғас төтөн баҫҡан подъезд аша үтә.

Ришат Нәбиев, Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе: “Шаһиттар фатирҙа тауыштар ишетелеүен әйткәс, бер нимә уйламайынса ярҙамға ашыҡтым. Төтөн ҡаплаған подъезға индем. Һәр ишектте шаҡырға ашыҡтым. Тәүҙә берәүҙе, һуңынан тағы ике кешене сығарҙым”.

Ришат Нәбиевтың ярҙамсыллығы һөҙөмтәһендә кеше ғүмере ҡотҡарыла. Ике кешене уттан сығарған ваҡытта янғын һүндереүселәр килеп етә. Улар менән бергә өсөнсөләрен дә алып сығалар. Ул 30 процент тән бешеү менән дауаханаға оҙатылған. Янғынға һүндерелмәгән тәмәке сәбәпсе булған. Ришат Нәбиев был аҙымын геройлыҡҡа тиңләмәй. Быға тиклем дә ул һыуҙа батып барған ҡыҙҙы ҡотҡарған булған.

Башҡортостан етәксеһе Нефтекама егетенең ҡаһарманлығын социаль селтәрҙәрҙәге үҙ битендә лә яҙып сыҡты. Радий Хәбиров бер-беребеҙгә ярҙам иткәндә, республиканың тағы ла сәскә атасағын һәм илдең бер позитив өлөшө буласағын билдәләне.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

34 йәшлек Ришат Нәбиев үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып 3 кешене ут эсенән сығарған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд