Әбйәлил районы Иҙәш Ҡусҡары ауылында мәсет асылды

Әбйәлил районы Иҙәш Ҡусҡары ауылында мәсет асылды https://bash.news/news/102909_bjlil_rajony_ish_usary_auylynda_mset_asyldy
13 авг 2019, 22:07

80 йылдан һуң ауылға иман нуры ҡайтты. Изге йорт ошо ауылдан сыҡҡан эшҡыуар башланғысында берҙәм ауыл көсө ярҙамында төҙөлгән. Байрам намаҙы менән бергә яңы мәсеттә тәүге никах тантанаһы ла үтте. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Иман нуры Иҙәш Ҡусҡары ауылына аҙан тауышы менән бергә ҡайтты. Ул тотош ауыл биләмәһен яңғыратты. Ҡөрьән Кәримдән изге аяттар һәр йортҡа тиерлек үтеп инде. Мәсет асылыуын урындағы халыҡ ҙур сара булараҡ ҡабул итте. Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Мөнирә Кирәева әйтеүенсә, Иҙәш Ҡусҡарында ла ҡасандыр башҡа ауылдарҙағы кеүек үҙ мәсете булған.

Иман йортоноң илдәге революциянан һуң төҙөлөүе билдәле. Тик халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеп өлгөрмәй. Бина һүтелеп күрше ауылға мәктәп итеп күсерелә. 8 тиҫтә йылдан һуң ғына Иҙәш Ҡусҡарына иман ҡайта.

Иман йортон төҙөү эше биш йыл самаһы бара. Ниһәйәт өмөт аҡланды, ти ауылдаштар. Беренсе байрам намаҙынан һуң тәүге никах теркәлде.

Мәсет заман технологияларына ярашлы төҙөлгән. Яғыулыҡ, электр энергияһын һөҙөмтәле ҡулланыу кеүек барлыҡ саралар иҫәпкә алынған. Иман йортон файҙаланыуға тапшырыу менән генә эш сикләнмәҫ тиелде мәсет асыу тантанаһында. Алдағы көндәрҙә иман йорто биләмәһендә балалар майҙансығын булдырыу ҙа көтөлә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Әбйәлил районы Иҙәш Ҡусҡары ауылында мәсет асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд