Өфө тирәләй тимер юлы ҡулсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Өфө тирәләй тимер юлы ҡулсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал https://bash.news/news/102917_f_tirlj_timer_yuly_ulsay_barlya_kilee_ixtimal
13 авг 2019, 23:15

Бөгөн республика етәксеһе төрлө ведомство вәкилдәре менән ҡала электричкаһы һәм ҡала яны тимер юлы бәйләнешен камиллаштырыу мөмкинлектәрен барланы. Эшлекле осрашыу республика йортонда түгел, ә махсус үҙйөрөшлө составта үтте. Өфө-Иглин-Дим маршруты буйынса БСТ каналының ижади төркөмө лә сәфәр ҡылды.

Өфө тимер юлы вокзалында төҙөкләндереү эштәренең иң ҡыҙған мәле булыуға ҡарамаҫтан, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү бер секундҡа ла туҡтамай. Төп бинаны реконструкциялау, инженер селтәрҙәрен яңыртыуға 327 миллион һум аҡса бүленгән. Капиталь ремонт барышы менән республика етәксеһе лә танышты.

Ҡала яны маршруттары буйынса айырым зона булдырылыуы мотлаҡ, сөнки был йүнәлештә тәүге ярты йыллыҡта ғына миллион ярымдан ашыу пассажир хеҙмәтләндерелгән. Өфө үҙәгенән Иглин районына тиклем электричкала барыу мөмкинлеге лә бар. Радий Хәбиров вокзал эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң, үҙе лә был маршруттың уңайлыҡтарын һынап ҡараны.

Автомотриса тип исемләнгән махсус үҙйөрөшлө составта төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында күсмә ултырыш үтте. Эшлекле осрашыуҙа тимер юлы станциялары, һәм уларға илткән юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре күтәрелде. Электричкаларҙы популярлаштырыуҙа инфраструктураны үҫтереү мөһим.

Наил Бәхтизин, Куйбышев тимер юлы компанияһының бүлек етәксеһе: “Тырышабыҙ бөтә инфраструктураны үҫтерергә, туҡталыштарҙы төҙөкләндерергә. Кешеләргә уңайлы булһын өсөн”.

Дим-Иглин участкаһында пассажирҙар әйләнеше 8300 кеше тәшкил итә. Алдағы йылдарҙа был күрһәткесте илле процентҡа күтәреү бурысы ҡуйылған. Сөнки әлегә электричкала буш урындар ҙа бар.

Иглин станцияһында автоматриса ҡыҫҡа туҡталыш яһаны. Вокзалда Радий Хәбиров район хакимиәте етәкселеге менән аралашты. Ҡала яны маршруттарын үҫтереү мөһимлеге билдәләнде.

Тимер юлы транспортында пассажирҙар һанын арттырыу өсөн тәү сиратта уңайлы шарттар булдырырға кәрәк, яҡында автобус туҡталышы булыуы мотлаҡ, шулай уҡ парковка урындары. Эшлекле сәфәр бының менән генә сикләнмәне. Махсус үҙйөрөшлө состав Дим станцияһына юлланды. Күсмә ултырыштың төп маҡсаты ла тап «Ҡала электричкаһы» проектына арналғайны. «Дим-Шаҡша» трассаһының нисек эшләүе ҡаралды.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Бөгөнгө ултырышта ҡала электричкаларының киләсәген хәл итәбеҙ. Әлеге ваҡытта яҡшы эшләй, ҡала халҡына уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн мөмкинлектәре лә бар. Күргәнһегеҙҙер, туҡталыштар ниндәй хәлдә? Беҙ кешеләр өсөн яҡшы шарттар булдырырға бурыслыбыҙ”.

Осрашыуҙа Өфөнө Көньяҡтан урап үтеү мәсьәләһе күтәрелде, был тимер юлы аша йөк транспортын ебәреү мөмкинлеген бирәсәк. Республика етәксеһе бер нисә йылдан һуң ҡулса тимер юлы бәйләнеше барлыҡҡа килеүенә ышанысын белдерҙе.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфө тирәләй тимер юлы ҡулсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа