Иглин ҡасабаһындағы Бәләкәс йылғаһы аша үткән күпер ремонтлана

Иглин ҡасабаһындағы Бәләкәс йылғаһы аша үткән күпер ремонтлана https://bash.news/news/102918_iglin_asabaynday_blks_jylay_asha_tkn_kper_remontlana
14 авг 2019, 07:30

Үткәүелдәр һәм күперҙәр кешеләрҙе ҙур донъя менән тоташтыра. Иглин районында ғына 27 күпер бар. Рәсми иҫәпкә алынмағандары ла етерлек. Иглин ҡасабаһының Гагарин урамында йәшәүселәр Бәләкәс йылғаһы аша күпер булып хеҙмәт иткән үткәүелдең яҙ ҡар һыуҙары менән йыуылыуы өсөн борсола. Ете урамда йәшәүселәр урындағы власть вәкилдәре менән осрашты. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Ете урамда йәшәгән кешеләрҙе юлһыҙлыҡ мәсьәләһе күптән борсой. Бигерәк тә яҙғы ташҡын осоронда Гагарин һәм күрше урамдағы халыҡ район үҙәге менән тоташтырған юлдан бер-нисә аҙнаға өҙөлөп тора.

Зилә Зарипова, Иглин ҡасабаһында йәшәүсе: “Яҙғы ташҡын ваҡытында был күперҙе ҡар һыуҙары йыуып алып китә. Беҙгә үҙәккә йөрөү мең бәләгә әүерелә”.

Альбина Солтанова, Иглин ҡасабаһында йәшәүсе: «Ашығыс ярҙам» һәм янғын һүндереү машиналары инә алмай. Беҙ балаларҙы күтәреп, нисек етте шулай поликлиникаға барырға тейешбеҙ. Урау юлдан да йөрөүе ауыр”.

Бәләкәс йылғаһы аша күпер хужалыҡ ысулы менән төҙөлгән. Ул рәсми теркәлмәгән. Шуға ла ремонтҡа ла сығымдар бүленмәй, ти , етәкселәр. Урындағы халыҡ, ташҡын мәлендә, көслө ямғырҙар яуып үткәндән һуң, еңел автомобилдәр һәм йөк тейәгән газелдәрҙең яһалма күперҙән шыуып төшөүе шаһиты булған.

Иглин ҡасабаһының 7 урамында йәшәгән халыҡ өсөн был үткәүел үҙәк менән бәйләүсе берҙән-бер юл. Әммә яҙғы ташҡын башланыу менән арлы-бирле төҙөлгән күперҙе ҡар һыуҙары ағыҙып китә, тип зарлана, бында йәшәүселәр. Ашығыс ярҙам, янғын һүндереү хеҙмәттәре бында бөтөнләй инә алмауы, тағы ла ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Район хакимиәте башлығы менән осрашыуҙа һәр кем күпер мәсьәләһен күтәрҙе. Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко был үткәүелде хәүефле икәнлеген раҫланы, йыйылған халыҡҡа киләсәктә күпер тәртипкә килтереләсәк, тип белдерҙе.

Николай Самойленко, Иглин районы хакимиәте башлығы: “Был хужаһыҙ төҙөлөштө рәсми теркәргә кәрәк, һуңынан ремонт эштәренә матди сығымдар ҙа бүлергә мөмкин. Күпер һалыу өсөн башта проект төҙөргә, һуңынан яңыһы хаҡында уйларға мөмкин. Район биләмәһендә 27 күпер бар. Уларҙың күбеһенә капиталь ремонт талап ителә”.

Иглин ҡасабаһында ғына реаль эштәр проекты сиктәрендә 9 күпер һалынған. Сифатлы һәм дәүләт стандарттары буынса төҙөлгән күперҙәрҙең торошо яҡшы. Бәләкәс йылғаһы аша һалынғанына капиталь ремонт үткәрелә. Төҙөүселәр уны октябргә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.

Айҙар Әһлетдинов, күпер төҙөүсе ойошма мастеры: “Бәләкәс йылғаһы аша был күпергә капиталь ремонтты май айында уҡ башланыҡ. Октябрь аҙаҡтарына тамамларға йыйынабыҙ. Ҡатмарлыҡтар бар. Тимер терәүҙәрҙең күбеһе ярылған, уларҙы ямарға тура килде. Һауа шарттары эшкә бер ни тиклем ҡамасауланы”.

Иглиндән сығыу юлында ла күпер төҙөлөшө йылдам бара. Күпер һәм юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн власть вәкилдәре эске резевртарҙы ла эшкә егә. Урындағы карьерҙың ҡом-ташы ҡулланыла, юлдарға ҡырсынташ түшәлә. Гагарин урамында йәшәүселәр иһә, үҙәктәренә үткән юлһыҙлыҡ мәсьәләһен ҡултамғалар йыйып тиҙләтә ала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Иглин ҡасабаһындағы Бәләкәс йылғаһы аша үткән күпер ремонтлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа