Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Архангел районында

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Архангел районында https://bash.news/news/102937_respublika_etksee_radij_xbirov_bgn_esh_sfre_menn_arxangel_rajonynda
14 авг, 11:00

Тәүге туҡталыш Березовка ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығында булды. Бында 400-гә яҡын баш мал көтәләр. Хужалыҡта ит эшкәртеү цехы эшләй, ярым фабрикаттар етештерелә.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Архангел районында
Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Архангел районында

Яңы Шишмә ауылында Радий Хәбиров халыҡ менән аралашты һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараны. Бина уҙған быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән. Бөгөн ул талаптарға яуап бирмәй. Халыҡҡа медицина ярҙамы өсөн күрше ауылдарға йәки район үҙәгенә барырға тура килә. Радий Хәбиров ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөргә вәғәҙәләне. Липовка ауыл биләмәһе башлығы Илдар Абдрафиҡов һөйләй.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Архангел районында

Радий Хәбиров ауыл кешеләренең башҡа мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһынды. Яңы Шишмә халҡын тәү сиратта газ булмауы һәм район үҙәге менән транспорт бәйләнеше юҡлығы борсой. Республика етәксеһе был проблемаларҙы ла хәл итеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Сентябрҙән үк ауылға аҙнаһына бер тапҡыр автобус йөрөй башлай.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд