Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 184 миллион һум ала

Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 184 миллион һум ала https://bash.news/news/102968_bashortostan_federal_ananan_184_million_um_ala
14 авг 2019, 18:00

Аҡса Ишембай ҡалаһының таҙартыу ҡорамалдарын яңыртыуға йүнәлтелә. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Республика етәксеһе Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 184 миллион һум ала
Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 184 миллион һум ала

“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың федераль фонды ғаризаны раҫланы. Уңышлы эштәре өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына рәхмәт белдерәм. Йышыраҡ ғаризалар тапшырырға кәрәк. Яҡланған проекттар бар, документтар менән, республика халҡы мәнфәғәте өсөн сифатлы эшләй беләбеҙ. “Мәскәүҙән аҡса алмаясаҡбыҙ, сөнки улар өсөн отчет бирергә кәрәк” тигән ҡараш мине ҡәнәғәтләндермәй”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа