“Полиэф” ойошмаһында терефтал кислотаһы етештереү яйға һалынды

“Полиэф” ойошмаһында терефтал кислотаһы етештереү яйға һалынды https://bash.news/news/103044_polief_ojoshmaynda_tereftal_kislotay_eteshtere_yaja_alyndy
15 авг 2019, 16:00

Бөгөн Республика етәксеһе Радий Хәбиров яңы линияны асыу тантанаһында ҡатнашты. Терефтал кислотаһы полиэтилен-терефталат етештереүҙә ҡулланыла. Был сеймал пластик әйберҙәр сығарыуҙа файҙаланыла. Яңы етештереү өсөн 6 миллиард һум тотонолған.

“Полиэф” ойошмаһында терефтал кислотаһы етештереү яйға һалынды
“Полиэф” ойошмаһында терефтал кислотаһы етештереү яйға һалынды

Предприятиены үҙгәртеп ҡороу импорттан баш тартырға мөмкинлек бирә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Полиэф” ойошмаһы һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек нығына. Предприятие Благовещенда урынлашҡан. “Бында ҡала халҡы эшләй. Шуға ошондай ваҡиғаларҙы хуплайбыҙ”, - тине Республика етәксеһе.

Яңы етештереүҙе файҙаланыуға тапшырғанда, заманса технологиялар ҡулланылған. Экологик яҡтан таҙа ҡоролма һауаға бысраҡ матдәләр сығарыуҙы ике тапҡырға кәметкән.

Юлдаш
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество