Республикала яҡын мәктәп автобустарының яңы уҡыу йылына техник әҙерлеге тикшерелә

Республикала яҡын мәктәп автобустарының яңы уҡыу йылына техник әҙерлеге тикшерелә https://bash.news/news/103088_respublikala_yayn_mktp_avtobustaryny_yay_uyu_jylyna_texnik_erlege_tiksherel/?lang=bash
15 авг 2019, 22:33

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының техник күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре транспорт сараларының төҙөклөгөн ҡарай. «Иғтибар, балалар!» акцияһы сиктәрендә ойошторолған сара хаҡында киләһе яҙма.

Мәктәп автобусы водителе юл инспекторының барлыҡ командаларын теүәл үтәргә тырыша, транспорт сараһының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелә. Төп иғтибар – руль һәм тормоз системаларына йүнәлтелде. Талаптар буйынса, салонда хәүефһеҙлек ҡайыштары, аптечка, янғын һүндергестәрҙең булыуы мотлаҡ. Документация ла иғтибар үҙәгендә. Тәүгеләрҙән булып был һынауҙы Марат Дәүләтбаев уңышлы үтте. Төп һөнәре буйынса ул физкультура уҡытыусыһы, хаҡлы ялға сыҡҡас та балаларҙан айырылғыһы килмәй, руль артына ултыра.

Марат Дәүләтбаев, мәктәп автобусы водителе: “Техник күҙәтеүҙе бишкә үттек, Аллаға шөкөр, иҫән-һау эшләргә яҙһын”.

Шишмә районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге ҡарамағында мәктәп автобустарын ремонтлау буйынса үҙәк бар. Шуға техник яҡтан етешһеҙлектәр ҙә юҡ кимәлдә. Быға ҡушып, һуңғы ике йылда автопарк яңырыу кисерә.

Венер Ахунов, Шишмә районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге баш механигы: “11 автобус һорағайныҡ, барыһын да бирҙеләр”.

Келәш мәктәбенә лә хәҙер күрше ауыл балалары уңайлы шарттарҙа йөрөй. Элекке техникаға ҡарағанда "Газель"дә пассажирҙар урыны етәүгә күберәк. Шуға рейстар һаны ла кәмегән.

Сабит Мостафин, мәктәп автобусы водителе: “Апрелдә йөрөй башланыҡ был машинала, бала-саға шатлана. Урындары иркен, портфель ҡуйырға айырым урын бар, хәүефһеҙлек ҡайыштары бар. Элекке Газель түгел инде”.

Мәктәп автобустарына контроль юғары. Уларҙың файҙаланыу ваҡыты ун йылдан ашмаҫҡа тейеш. Пассажирҙар ташыуға белем усағының лицензияһы булыуы ла мотлаҡ. Шулай уҡ мәктәп директорҙары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса махсус уҡыуҙар ҙа үтә.

Айҙар Сәлихов, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Шишмә районы буйынса өлкән дәүләт инспекторы, полиция капитаны: “2018 йылға бөтә Шишмәнең мәктәп автобустарына ҡуйылды тахографтар һәм Глонасс. Водителдәр ниндәй тиҙлек менән бара, автобустың йөрөү маршрутын күрһәтә. Мониторингты мәктәп директоры, Мәғариф минситрлығы һәм ЮХХДИ алып бара”.

Сабир Әхмәтшин, мәктәп автобусы водителе: “ЮХХДИ менән бергә эшләйбеҙ, һәр ваҡыт тикшереп торалар, көн дә медицина хеҙмәткәре ҡарай”.

Тикшереү барышында ике водителгә хәүефһеҙлек ҡайыштарын нығытыу, дәүләт номерын яңыртыу кеүек бурыстар ҡуйылды. Етешһеҙлектәр тиҙ арала бөтөрөлөргә тейеш.

Шишмә районында 32 мәктәп автобусынан тик береһе генә бөгөн техник күҙәтеү үтмәне. Әлеге мәлдә уның тормоз, руль системалары яңыртыла. Ремонт эштәре киләһе аҙнала тамамлана, юл инспекторҙары транспорт сараһын яңынан ҡараясаҡ. Әйткәндәй, ул да беренсе сентябрҙән балаларҙы ташый башлар тип көтөлә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Республикала яҡын мәктәп автобустарының яңы уҡыу йылына техник әҙерлеге тикшерелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста