Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале яугирҙарҙың өйҙәренә барып диспансеризация үткәрә

Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале яугирҙарҙың өйҙәренә барып диспансеризация үткәрә https://bash.news/news/103171_respublika_uysh_veterandary_klinik_gospitale_yaugirary_jren_baryp_dispanserizaciya_tkr
16 авг 2019, 21:29

Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлынған. Бөгөн мультибригада Өфө ҡалаһында йәшәүсе 95-се йәше менән барған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Морозовҡа килде. Николай Михайлович Курс дуғаһы алышында артиллерия взводы командиры булараҡ ҡатнашҡан, Харьковты азат итеүҙә, Днепрҙы форсировать итеүҙә булған. Белгород янында яраланған.

Һуғыштан һуң дәүләт хәүефһеҙлеге һағында хеҙмәт иткән. Бригада составындағы терапевт-гериатр, невролог, күҙ табибы, хирург Николай Михайловичтың сәләмәтлек торошон тикшерҙе, урында экг эшләне. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса уны киләһе аҙнала госпиталгә дауаланырға һалырға ҡарар ителде.

Николай Морозов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: “Һуңғы 3-4 көндә үҙемде насар тоям. Аяҡтарым йөрөмәйй башланы, күтәрелеп тороп китеүе ауырлашты. Бәлки, ятып дауаланып сыҡһам, ярҙамы тейәр”.

Республика һуғыш ветерандары госпитале тарафынан өлкән йәштәгеләрҙең өйөнә барып диспансеризация үткәреү ике йыл элек башланған. Акция сиктәрендә 9 майға тиклем табиптар бригадаһы һәр ветерандың өйөнә киләсәк. Төбәктәрҙә үҙәк район дауаханалары белгестәре сыға.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале яугирҙарҙың өйҙәренә барып диспансеризация үткәрә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий