Борай районында «Йәйғор» республика конкурсы үтте

Борай районында «Йәйғор» республика конкурсы үтте https://bash.news/news/103336_boraj_rajonynda_jjor_respublika_konkursy_tte
19 авг 2019, 23:07

Ижадта – йәйғор төҫө. Борай районы үҙәгендә балалар-үҫмерҙәр ижадының «Йәйғор» республика конкурсы үтте. Етенсе тапҡыр үткәрелгән сара быйыл Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналды. Сарала республика район-ҡалаларынан 250-ләп бала ҡатнашты. Улар халыҡ ижадының төрлө йүнәлештәрендә үҙ көсөн һынаны.

Быйылғы конкурста ике Гран-при билдәләнде. Борай районынан Зиннур Исламов менән Салауат ҡалаһынан Артем Мизгулин нәфис һүҙ һөйләү буйынса еңеү яуланы. Әйткәндәй, сараға нигеҙ 2003 йылда Күгәрсен районында һалына. Ул йылды конкурс Башҡортостандың беренсе халыҡ йырсыһы исемен алған композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа арнап уҙғарыла.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Борай районында «Йәйғор» республика конкурсы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий