"Инцидент". Фельдшер -акушер пунктары төҙөкләндерелергә тейеш

"Инцидент". Фельдшер -акушер пунктары төҙөкләндерелергә тейеш https://bash.news/news/103390_incident_feldsher_akusher_punktary_tklnderelerg_tejesh
20 авг, 15:00

Архангел районы Яңы Шишмә ауылында халыҡ иҫке бинала урынлашҡан фельдшер-акушер пунктында дауаланырға мәжбүр. Ҡыйыҡтан һыу аға, диуарҙар серегән, йылытыу системаһы сафтан сыҡҡан. Бындай шарттарҙа дауалау эшен алып барып булмай. Урындағы табиптар ауырыуҙарҙың өйөнә йөрөргә тырыша.

Ауыл халҡы социаль селтәрҙәр аша республика етәксеһенә фельдшер-акушер пунктын яңыртыуҙы һорап хат ебәргән. Ялыуҙарҙы “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәгән. Үткән аҙнала Радий Хәбиров хатта яҙылған бинаны үҙе барып күрҙе.

"Инцидент". Фельдшер -акушер пунктары төҙөкләндерелергә тейеш

Нигеҙле ялыуҙарҙың береһе лә республика етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмай. Архангел районы Яңы Шишмә ауылының фельдшер-акушер пунктын төҙөкләндереү киләһе йылда башлана. Төҙөлөш проекты иһә быйыл әҙер була. Башҡортостан Башлығы хакимиәте ҡарамағындағы граждандар мөрәжәғәте буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре Динис Сәйетов һөйләй.

"Инцидент". Фельдшер -акушер пунктары төҙөкләндерелергә тейеш

Яңы Шишмә ауылы халҡы Радий Хәбировтан юғары тиҙлекле интернет һәм район үҙәгенә даими йөрөгән маршрут автобусы булдырылыуын һораны. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү яуаплы ведомстволарға тапшырылды.

#Инцидент #РадийХабиров

Юлдаш
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество