Фәрит Ғилманов – Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновациялар сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы

Фәрит Ғилманов – Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновациялар сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы https://bash.news/news/103417_frit_ilmanov_bashortostandy_snt_m_innovaciyalar_sjste_ministry_vazifayn_basharyusy
20 авг 2019, 21:56

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновациялар сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыу Фәрит Ғилмановҡа йөкмәтелде. Быға тиклем ул министр урынбаҫары булып эшләне. Ведомствоға әлегә тиклем етәкселек иткән Алексей Карпухин үҙ теләге менән отставкаға киткәйне.

Фәрит Ғилманов Ишембай районы Ҡыҙыл Октябрь ауылында тыуған Эске Эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын хәүефһеҙлеге институтын тамамлаған. Педагогия фәндәре кандидаты. 2011-ҙән 2019 йылдың февраленә тиклем Салауат ҡалаһы хакимиәтен етәкләне.

Фәрит Ғилманов – Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновациялар сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд