Күгәрсен районына Венгриянан һыйырҙар килтерелде

Күгәрсен районына Венгриянан һыйырҙар килтерелде https://bash.news/news/103423_kgrsen_rajonyna_vengriyanan_yjyrar_kilterelde
20 авг 2019, 22:01

Республикаға йәнә тоҡомло һыйырҙар алып ҡайтылды. Был юлы Венгриянан 131 баш малды Күгәрсен районының «Тәүәкән» ауыл хужалығы ҡабул итте. Ә күптән түгел тәүәкәндәр Голштин тоҡомло 70 баш танаһын Төмән өлкәһенә оҙайтҡан. БСТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Венгриянан килгән машиналар тәүҙә санитар эшкәртеү үтте. Был ветеринар талаптар буйынса махсус сара. Һуңынан малдар фермаға ебәрелде.

Яңы ергә бер аҙ күнеккәс һыйырҙар ферма эсенә атлыҡты. Шунда уҡ һыуға ла йәбеште. Хужалыҡ етәкселеге баш зоотехник менән бергә Венгрия фермалары буйлап йөрөп, бармаҡ менән сиртеп тигәндәй, оҡшағандарын һайлап алған. Һыйырҙар юлда 5 тәүлек самаһы килгән.

Һуңғы йылдарҙа Күгәрсен районында агросәнәғәт комплексын яңы кимәлгә күтәреү маҡсатында комплекслы эш алып барыла. Киләсәктә һөт етештереү күләмен арттырыу ниәтендә Венгриянан тоҡомло малдар ҡайтарылыуы быға асыҡ дәлил. Әйткәндәй, сентябрҙә йәнә Саҡмағош районының иң ҙур хужалыҡтарының береһе 600-ҙән ашыу тоҡомло һыйырҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Күгәрсен районына Венгриянан һыйырҙар килтерелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд