Өфөлә теоретик һәм ғәмәли механиканың фундаменталь проблемалары буйынса Бөтә Рәсәй съезы башланды

Өфөлә теоретик һәм ғәмәли механиканың фундаменталь проблемалары буйынса Бөтә Рәсәй съезы башланды https://bash.news/news/103428_fl_teoretik_m_mli_mexanikany_fundamental_problemalary_bujynsa_bt_rsj_sezy_bashlandy
20 авг 2019, 22:10

Квантлы донъя. Дүрт йылға бер тапҡыр ойошторолған сара илдәге иң абруйлы фәнни форумдарҙың береһе, унда донъяның төрлө ҡитғаларынан 2 меңгә яҡын ғалим ҡатнаша. Унда ҡатнашыусыларға Ил Президенты Владимир Путиндың тәбрикәләү телеграммаһы ла еткерелде. Съезд сиктәрендә механика буйынса йәш ғалимдар мәктәбен уҙғарыу, тематик секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу ҡаралған. Өфө съезына йыйылған күренекле ғалимдар һәм үҙенсәлекле асыштар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.

Тәү ҡарашҡа ялтыр тимер киҫәге, йоҡа, шыма ғына. Ысынбарлыҡта титан иретмә эсендәге ҡыуышта ҡатмарлы конструкциялар урын алған, уны эшләгәндә иҫ киткес теүәллек талап ителә, хатта бәләкәй генә хаталар ҡабул ителмәй. Сөнки был технология яңы быуын самолеттарының двигателендә ҡулланыла. Башҡортостан ғалимдарының асышы Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештереүгә алынған да инде.

Ә был пилотһыҙ осоу аппараты Благовещен предприятиеһында уйлап табылған. Уны халыҡ хужалығының һәр тармағында ҡулланырға мөмкин, мәҫәлән, урман янғындарын тикшереү, ер участкаларының картаһын төҙөү, ауыл хужалығы ерҙәренең майҙанын теркәү һәм башҡалар. Эйе, әлеге заманда Рәсәйҙә бындай аппараттар йыйыла, әммә яҡташтарыбыҙ уйлап тапҡандың өҫтөнлөктәре бихисап.

Сергей Аксенов, фәнни-етештереү предприятиеһының бүлек етәксеһе: “Беҙ уйлап сығарған пилотһыҙ аппаратттың тиңе юҡ, ул 1 мең 600 километрға туҡтамайынса һәм бензин ҡоймайынса оса ала. Бынан тыш, ҡанаттарын ғына алмаштырып функцияларын үҙгәртергә мөмкин. Йәғни, уны күп йүнәлешле, уникаль осоу техникаһы тип әйтергә була”.

Заман һәм тармаҡта ла үҫеш, яңы технологяилар талап итә. Ауыл хужалығы ла автоматлаштырылған режимға күсә. Һауынсыларҙы роботтар алмаштырһа, механизаторҙар урынына пилотһыҙ техника килә. Башҡортостан ғалимдары әле тракторҙарҙы компьютер менән идараға күсереү өҫтөндә эшләй.

Ә был мехатрон модулде пилотһыҙ трактор тип атарға мөмкин. Йәғни, механизатор кабинала көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡҡанда ҡына кәрәк, мәҫәлән, эре таштарҙы, йә тәрән соҡорҙарҙы урап үтеү өсөн. Ә былай бөтә маршрут компьютерға индерелгән. Ҡоролма сит ил аналогтарынан ҡулланыуҙа ябай булыуы, арзанлығы менән айырылып тора.

Күргәҙмәлә Башҡортостан ғалимдарының асыштарынан тыш, башҡа экспозицияларҙы ла күрергә була. Мәҫәлән, данлыҡлы «Сколково» инновация үҙәге 3д принтерҙа баҫылған үҙенсәлекле әйберҙәр алып килгән. Күргәҙмә мауыҡтырғыс булһа ла, иң мөһим һөйләшеүҙәр залда бара.

Форумға исемдәре бөтә донъяға билдәле ғалимдар йыйылған. Квант механикаһы физика ғына түгел, теоретик һәм ғәмәли механиканы үҫтермәй тороп, иҡтисади ынтылыш, илдең үҫеше хаҡында һөйләп булмай, ти улар.

Владимир Фортов, академик /Мәскәү/: “Өфөләге конференцияла төрлө илдәрҙән 2 меңгә яҡын ғалим ҡатнаша, Рәсәй буйынса ғына түгел, хатта донъяуи кимәлдә лә бындай форумдар йылына бер тапҡыр ғына уҙа, улары ла химия, йә медицина буйынса. Ойоштороу кимәле бик юғары, көнүҙәк проблемалар күтәрелгән. Квант механикаһы хәҙер һәр тармаҡта ла мөһим, шуны аңлауҙарына шатмын”.

Хольм Альтенбах, Германияның Магдебург университеты кафедраһы мөдире: “Квант механикаһы машиналар йыйыуҙың да, төҙөлөштөң дә, башҡа тармаҡтарҙың да нигеҙендә ята. Әммә был бик ауыр һәм ҡатмарлы йүнәлеш, техник уҡыу йорттарын алып ҡараһағыҙ, иң күп ике билдәләре механика буйынса. Ҡатмарлы һынауҙы үткәндәрҙе инде яҡшы инженер тип әйтергә була. Был өлкәлә аҡса эшләп булмай, беҙ асыш тип янабыҙ, шуға осрашып, фекер алышыу мөһим”.

Квант механикаһы буйынса форум Өфөлә аҙна аҙағына тиклем дауам итә. Ул механиканың теоретик һәм ғәмәли проблемаларын хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерер, яңы асыштарға нигеҙ һалыр тип көтөлә. Ғалимдар фекеренсә, Башҡортостандың уртаҡлашыр тәжрибәһе етерлек, сәнәғәт үҫешкән республика өсөн механика мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Автор: Р.Кәримова.

Өфөлә теоретик һәм ғәмәли механиканың фундаменталь проблемалары буйынса Бөтә Рәсәй съезы башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество