Өфөнөң 160-сы лицейында белем биреү «Инстаграм» социаль селтәре ярҙамында ойошторола

Өфөнөң 160-сы лицейында белем биреү «Инстаграм» социаль селтәре ярҙамында ойошторола https://bash.news/news/103432_fn_160sy_licejynda_belem_bire_instagram_social_seltre_yaramynda_ojoshtorola
20 авг 2019, 23:51

Уҡытыуҙа яңы алымдар. Мәғариф тармағындағы заман мөмкинлеге һәм шарттары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡыҙыҡһынды.

«Йәш йыл уҡытыусыһы – 2019» республика конкурсында беренсе урын алған Ангелина Тимерова һынлы сәнғәт уҡытыусыһы. Ул Өфөнөң 160-сы лицейында эшләй. Хеҙмәт тәжрибәһе ике йыл булыуға ҡарамаҫтан уҡытыусы дәрестә яңы технологияларҙы уңышлы ҡуллана. Педагогик оҫталығы ҡала һәм республика кимәлендә юғары баһалана.

Ангелина Тимерова, «Йәш йыл уҡытыусыһы-2019» республика конкурсы еңеүсеһе: “Конкурстың республика этабында «Анимация» темаһы эләкте. «Инстаграм» аша белем биреү проекты өҫтөндә эшләгәс, дәресте социаль селтәр ярҙамында үткәрҙем. Бында балалар менән күнекмәләр эшләнек. Барлыҡ эштәрҙе улар берҙәм хештег аша тупланы. Уҡыусыларға һәм жюри ағзаларына оҡшаны. Шулай уҡ Инстаграмдағы сәхифәлә һынлы сәнғәт тарихы, арт-һүҙлек, буяуҙар менән ҡулланыу өсөн кәңәштәр, төрлө марафондар үткәрәм”.

Социаль селтәрҙә үҫмерҙәрҙең ваҡытын файҙалы үткәреү һәм дәрестә яңы технология ҡулланыр өсөн уҡытыусы махсус сәхифә аса. Ғәҙәттә, дәрес башланыу менән уҡытыусылар телефондарҙы йыйырға ҡуша, ә мин киреһенсә, өҫкә һалыуҙарын һорайым.

Был алым балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уята, тип уртаҡлаша Ангелина Сергеевна. Әлбиттә, уҡытыуҙа ҡулланылған сайт һәм ҡушымталар бихисап. Тик унда уҡыусыларҙы йәлеп итеүе ҡыйын, тиҙ онотола. Шуның өсөн үҫмерҙәр йыш ҡулланған социаль селтәрҙә уҡыусылар өсөн майҙансыҡ булдырыу уңышлы, тип һанай мәктәп етәкселеге.

Ангелина Тимерова социаль селтәрҙәге сәхифәлә төрлө рубрикалар ҙа алып бара. Шуларҙың береһендә ул һынлы сәнғәт тарихы тураһында яҙа. Бында ул уҡыусыларға уҡыуҙан тыш ваҡытта төп дәүерҙәр, стилдәр һәм күренештәр менән таныштыра. Йыш ҡына һынлы сәнғәткә бәйле марафондар үткәрә. Уҡыусылар әүҙем ҡатнаша, уларҙы дәртләндерер өсөн бүләктәр әҙерләйем: ҡыл ҡәләм, альбом, профессиональ буяуҙар бүләк итәм, ти уҡытыусы.

Арина һәм Кристина Козловалар, уҡыусылар: “Беҙгә был блог оҡшай, сөнки билдәле һәм аңлайышлы итеп яҙыла. Һүрәт төшөрөргә яратабыҙ һәм төрлө марафондарҙа ла ҡатнашабыҙ. Шуларҙың береһендә беҙ Нестерев исемендәге музейға билеттар оттоҡ. Беҙ унда беренсе тапҡыр булдыҡ, ныҡ оҡшаны. Түҙемһеҙләнеп яңы уҡыу йылын көтәбеҙ”.

«Йыл уҡытыусыһы» конкурсынан тыш, Ангелина Тимерова Ульяновск ҡалаһында үткәрелгән Төбәк-ара уҡытыусылар клубы чемпионатында ла ҡатнаша. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған уҡытыусылар алдында Инстаграм аша белем биреү проекты менән сығыш яһай.

Уның уҡытыуҙағы яңы алымдары менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Башҡа фәндәр буйынса ла оҡшаш сәхифәләр барлыҡҡа килә башлаған.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөнөң 160-сы лицейында белем биреү «Инстаграм» социаль селтәре ярҙамында ойошторола

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий