Өфөлә велосипедсы малайҙы тапаған ҡатын язаға тарттырылды

Өфөлә велосипедсы малайҙы тапаған ҡатын язаға тарттырылды https://bash.news/news/103475_fl_velosipedsy_malajy_tapaan_atyn_yazaa_tarttyryldy
21 авг 2019, 15:16

Ул шартлы рәүештә 2 йылға иркенән мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарарын Өфө ҡалаһы Совет районы суды сығарҙы.

Өфөлә велосипедсы малайҙы тапаған ҡатын язаға тарттырылды
Өфөлә велосипедсы малайҙы тапаған ҡатын язаға тарттырылды

Юл ҡазаһы май аҙағында баш ҡалабыҙҙа булды. Бессонов урамы һәм Октябрь Проспекты киҫелешендә водитель ҡатын 9 йәшлек велосипедсы малайҙы бәрҙерҙе. Бала светафорҙың йәшел төҫөнә юл аша сығып барған була. Ул ваҡиға урынында үлә. Ҡатынға штраф та һалынған. Ул һәләк булған малайҙың ата-әсәһенә 1 миллион һум аҡса түләргә тейеш.

Юлдаш
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд