Нефтекама дауаханаһына балалар өсөн тренажерҙар килтерелде

Нефтекама дауаханаһына балалар өсөн тренажерҙар килтерелде https://bash.news/news/103505_neftekama_dauaxanayna_balalar_sn_trenazherar_kilterelde
21 авг 2019, 18:21

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса аяҡ-ҡулдарын йәрәхәтләгән малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн хәрәкәт аппараттары ҡайтарыла. Нефтекама балалар поликлиникаһында ошондай медицина тренажерҙары урынлаштырылды. Улар ете йәштән өлкән балаларға тәғәйенләнә. Аппарат ярҙамында малайҙар һәм ҡыҙҙар тиҙерәк хәрәкәт итә башлай, ти табиптар.

Нефтекама дауаханаһына балалар өсөн тренажерҙар килтерелде
Нефтекама дауаханаһына балалар өсөн тренажерҙар килтерелде

Медицина тренажерҙары 11 клиникаға тапшырыла. Исемлектә Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай һәм Мәсәғүт дауаханалары ла бар.

#нацпроекты; #нацпроектыБашкортостан, #здравоохранение

Юлдаш
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество