Башҡортостанда бер тәүлек эсендә генә 100 мең тонна ашлыҡ йыйылған

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә генә 100 мең тонна ашлыҡ йыйылған https://bash.news/news/103520_bashortostanda_ber_tlek_esend_gen_100_me_tonna_ashly_jyjylan
21 авг 2019, 21:22

Республика хужалыҡтары яуынһыҙ торған һуңғы ике көндө мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланып ҡалған. Әле төбәктә 677 тонна иген урылған. Гектар ҡеүәте уртаса 22 центнер. Ураҡ эштәре тиҙлеге буйынса Ейәнсуралар тәүге урында, күләм буйынса Стәрлетамаҡ районына етеүселәр юҡ. Улар ырҙын табағына 44 мең тоннанан ашыу ашлыҡ оҙатҡан. Иң юғары гектар ҡеүәте Саҡмағошта. Районда уртаса күрһәткес 37 центнер.

Илеш районында урып-йыйыу эштәре йылдам бара. Аграрийҙар ыңғай һауа шарттарында ваҡыттың һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, районда бөртөклө культуралар 23 гектарҙа урылған, 19 гектарҙа һуғылған. Гектар ҡеүәте 25 центнер тәшкил итә. Куйбышев исемендәге хужалыҡта 2578 гектар майҙанда уңыш сабылған, 1812 гектары һуғылған. Уртаса уңыш гектарынан 29 центнер тәшкил итә. Арпа 60 гектарҙа һуғылған.

Хужалыҡтың баш агрономы Рәмил Ғәлләмов билдәләүенсә, урып-йыйыуҙа 6 берәмек техника эшләй, уларҙың дүртәүһе Полесье, ҡалғандары ҡеүәтле -Дон -1500 комбайндары. Ырҙын табағына уңышты 5 йөк машинаһы ташый. Техника ремонтлау һәм янғын хәүефһеҙлеге бригадаһы ла һәр ваҡыт уяу. Хужалыҡта шулай уҡ ер эшкәртеү һәм туңға һөрөү ҙә планға ярашлы бара.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә генә 100 мең тонна ашлыҡ йыйылған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество